Найти тему
Башҡортостан гәзите

Урал батыр менән Һомай утлы тамашала көтә

– Был спектакль – театр тарихындағы тәүге утлы тамаша. Реконструкциянан һуң театрыбыҙ иҫ киткес матур булып ҡалды, шуға күрә спектаклдәрҙе ҙур һәм бәләкәй сәхнәләрҙә генә түгел, фойе, музей, репетиция залы һәм ҡурсаҡ яһау цехында ла уйнай башланыҡ. Театрҙан тыш, уның алдындағы аллея ла төҙөкләндерелде, һәм беҙ яңы спектаклде иң тәүҙә шунда күрһәтергә булдыҡ, – тине театрҙың проекттар етәксеһе Эльвира Дәүләтбирҙина. «Башҡортостан — мөғжизәләр иле» утлы тамашаһы иҫ китмәле сағыу булмаҡсы. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: ике метр ярым бейеклектәге каркас ҡурсаҡтар неон уттар менән балҡып торасаҡ. Тамашасылар башҡорт эпостары геройҙары — Урал батыр һәм Һомай менән таныша, Башҡортостанда көн иткән ҡоштар һәм хайуандарҙы осрата. Заманса технологиялар ярҙамында театр бинаһында ла төрлө һүрәттәр барлыҡҡа киләсәк. Компьютер графикаһы рәссамы — Айгөл Кәлимуллина. Спектаклдең авторы — Владимир Аношкин, режиссеры — Надежда Беззубова, композиторы — Владислав Савватеев. Тамаша киске сәғәт 9-ҙа башлана. Йәш сикләүе – 12+. Билеттар – театр кассаһында һәм сайтында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт етәксеһе Владимир Путин май указы менән тормошҡа ашырыла башлаған "Мәҙәниәт" милли проектына (национальный проект "Культура") ярашлы, баш ҡалабыҙҙағы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына реконструкция яһалды. Театрҙы төҙөкләндереү Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арналды. Һөҙөмтәлә театрҙа 300 урынлыҡ ҙур һәм 150 урынлыҡ бәләкәй тамаша залдары барлыҡҡа килде. Шулай уҡ театр кескәй тамашасыларҙы компьютер графикаһы, проекторҙар, яҡшы акустика менән дә ҡыуандыра.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц