Туймазы районы Нөркәй ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылды. Бина “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында төҙөкләндерелде. Күп йылдар дауамында Нөркәй мәҙәниәт йорто урындағы халыҡты тартып торҙо. Ваҡыт үтеү менән, 1968 йылда төҙөлгән бина ныҡ иҫкергән. Уның ҡыйығынан һыу аҡҡан, тәҙрә рамдары ярылып бөткән, тамаша залының түбәһе шундай насар торошта булған, хатта унда кешеләрҙе индереү бик хәүефле булып киткән. Ошо сәбәпле өс йылға яҡын бөтә мәҙәни сараларҙы һәм түңәрәктәр дәрестәрен хеҙмәткәрҙәр урамда йәки фойела уҙғарған. Бинаны реконструкциялауға федераль ҡаҙнанан 9 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был аҡсаға бинаның тышҡы яғын яңыртҡандар, ҡыйығын, иҙәндәрен, тәҙрәләрен һәм ишектәрен, тамаша залының һәм сәхнәнең түбәһен алмаштырғандар. Шулай уҡ бинаның эске яғын биҙәү эштәре башҡарылған, йәшендән һаҡлау ҡоролмалары ҡуйылған, электр сымы алмаштырылған һәм янғын сигнализацияһы өлөшләтә яңыртылған. – Нөркәйҙәр – бик ижади, әүҙем һәм дәртле кешеләр. Беҙҙә “Ихлас” вокаль ансамбле, художестволы уҡыу түңәрәге, балалар берләшмәләре эшләй. Шуға күрә бинаны реставрациялауҙары барыһын да ҡыуандырҙы. Хәҙер яҡты, матур һәм йылы йортобоҙ һәм пландарыбыҙ бар: йәштәр өсөн театр түңәрәген, фитнес клубын, гитарала уйнау мәктәбен асырға теләйбеҙ. Йәштәр бында күңел асыу саралары һәм дискотекалар үткәрергә хыяллана. Бер һүҙ менән әйткәндә, яңыртылған бина менән ижад итергә һәм үҫешергә теләк тыуҙырҙыҡ, – ти мәҙәниәт йорто менеджеры Людмила Карипова. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Туймазы районы хакимиәте.