Технологик үҫеш форумы сиктәрендә Башҡортостан стендында төбәктең фәнни-технологик ҡаҙаныштарын күрһәткән 10-дан ашыу юғары уҡыу йорто һәм ғилми ойошма экспонаттары менән таныштырҙылар. Өфө фән һәм технологиялар университеты ”Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер технологияларының бер нисә юғары технологиялы эшләнмәһен тәҡдим итте. Улар араһында ЭД-БАС-4950/400 пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн юғары һөҙөмтәле контактһыҙ электр двигателе бар. Башҡорт дәүләт медицина университеты делегацияһы 2030 йылға тиклем технологик үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алдынғы ҡарарҙар менән таныштырҙы: биомедицина продукттары һәм инновацион импланттар, аҙыҡ өҫтәмәләре һәм бад-тар линейкаһы һәм башҡалар. Нефть һәм газ химияһы профилендәге инновацион эшләнмәләрҙе Өфө дәүләт нефть техник университеты командаһы тәҡдим итте. Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге яңы быуын катализаторҙарын һәм каучуктарын күрһәтте. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты форумда Евразия фәнни-белем биреү үҙәге вәкиле булараҡ ҡатнашты. "Технопром-2024" төрлө төбәктәрҙән ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү майҙансығына әүерелде. Форум сиктәрендә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһы Омск, Иркутск өлкәләре һәм Рәсәйҙең Көньяғы фәнни-белем биреү үҙәктәренең идара итеүсе компаниялары менән өс килешеү төҙөнө. Планға инновацион циклдың комплекслы проекттарын һәм программаларын тормошҡа ашырыу, донъя кимәлендәге тикшеренеүҙәрҙе һәм эшләнмәләрҙе тәьмин итеү инә. XI халыҡ-ара “Технопром-2024” форумы Новосибирскиҙа 27-30 августа үтә. Сарала Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән һәм сит илдәрҙән 20 меңдән ашыу ҡунаҡ ҡатнаша. Фото: pravitelstvorb.ru