СПОРТ "Башҡортостандың Спорт мәктәбе" программаһы – балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе мөһим программаларҙың береһе. Ул 6 – 18 йәшлек балаларға спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә. Өҫтәүенә, балалар һәм йәштәр өсөн күп кеше ҡатнашҡан спорт саралары һәм ярыштары үткәрелә. – Шуныһы мөһим – беҙ физкультура һәм спорт мәсьәләләре буйынса юғары дәрәжәлә фекер алышабыҙ. Быны меңләгән тренер, йөҙҙәрсә мең бала күрә. Йәмғиәтебеҙгә физкультура менән спорттың республика дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булыуы тураһында бик яҡшы сигнал бирәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса советы кәңәшмәһендә яһаған сығышында. 2020 йылда милли көрәш, самбо, дзюдо, грек-рим көрәше кеүек спорт төрҙәрен үҫтереү маҡсатында республиканың 46 белем усағында “Мәктәптәргә — спорт көрәше” программаһы эшләй башланы. Башҡортостан, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, был федераль проектты тормошҡа ашырҙы. Республикала балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү спорт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа йәш быуын вәкилдәрен спортҡа йәлеп итеү һәм һәләтле спортсыларға ярҙам итеү өсөн бик күп саралар күрелде. Мәҫәлән, 2020 йылда милли көрәш, самбо, дзюдо, грек-рим көрәше кеүек спорт төрҙәрен үҫтереү маҡсатында республиканың 46 белем усағында “Мәктәптәргә — спорт көрәше” программаһы эшләй башланы. Башҡортостан, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, был федераль проектты тормошҡа ашырҙы. – Грек-рим көрәше менән мауыға башлауым тарихы ла бик үҙенсәлекле, – тип һөйләне Өфө районы Шамонин урта мәктәбе физкультура уҡытыусыһы, тренер Рәйес Зәки улы Кантюков, беҙ ошо хаҡта ҡыҙыҡһынғас. – Ғөмүмән, бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләндем. Яҡын туғандарым, тиҫтерҙәрем көрәш менән күпләп мауыҡҡас, мин дә үҙемде һынап ҡарамаҡсы булдым. Мәктәпкә барғас, грек-рим көрәше буйынса күнекмә бара ине һәм мин уның менән шөғөлләнергә ҡарар иттем. Остаздың тәрбиәләнеүселәре, тренерҙарын ҡыуандырып, төрлө ярыштарҙа лайыҡлы сығыш яһай. Тимур Рәхмәтуллин, Асҡар Рәхмәтов, Артур Хисаев, Данияр Ишбирҙин, Асҡар Зәйтүнов, Радмир Ситдиҡов, Алмаз Ямалетдинов һәм башҡалар - тап шундайҙарҙан. Мәҫәлән, Алмаз ямалетдинов XXII Уҡсылар спартакиадаһында 2005-2007 йылғы уҡыусылар араһында грек-рим көрәше буйынса төбәк ярыштарында еңеүсе тип танылған. Ул тағы Октябрьский ҡалаһында көрәшкә нигеҙ һалған В.А. Ухтарскийҙың яҡты иҫтәлегенә арналған республика турнирында өсөнсө урынға лайыҡ булған. Асҡар Рәхмәтов Башҡортостан уҡыусыларының XXIII спартакиадаһында еңеүсе тип танылған. Был исемлекте оҙаҡ дауам итергә мөмкин. Үрҙә әйтелгән һәм башҡа уҡыусыларҙың спортты һайлауы, уға тоғролоҡ һаҡлауы Тыуған илебеҙгә кәрәкле граждан булараҡ тәрбиәләнеүенә лә ҙур йоғонто яһай. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.