Хәйбулла районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Никита Петров Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды.Награданы хәрби хеҙмәткәргә Рәсәй Федерацияһының оборона министры Андрей Белоусов тапшырҙы.Никита 2013 йылдан хәрби хеҙмәттә. Ул бала саҡтан уҡ яуаплы, илһөйәр булыуы менән айырылып тора. Егет хәрби хеҙмәтте аңлы һайлаған һәм ошо йылдар дауамында уны лайыҡлы башҡарған."Батыр көрәшсебеҙҙе ошондай юғары дәрәжәгә лайыҡ булыуы менән барлыҡ яҡташтарым исеменән ысын күңелдән ҡотлайым", - тип яҙа социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов. 2022 йылдың 24 февраленән гвардия десант-һөжүм итеү полкының парашют-десант взводы командиры лейтенант Петров махсус хәрби операцияла әүҙем ҡатнаша. 2023 йылдың июнендә уның взводы ЛНР-ҙа хәрби ҡағылыу линияһында дошмандың терәк пунктын уңышлы баҫып ала. Уның ҡыйыулығы һәм стратегик фекерләүе һөҙөмтәһендә мөһим разведка мәғлүмәттәре табыла, ул киләсәктә һөжүмдең уңышын тәьмин итә. 2023 йылдың авгусында Петров, разведка өсөн квадрокоптер ҡулланып, дошмандың ике диверсион-разведка отрядының хәрәкәтен аса. Ул 9 неонацисты юҡ итә һәм икәүһен әсирлеккә ала. Һөҙөмтәлә штурмлау төркөмө 2 пикапты, дошмандың тере көсөн юҡ итә һәм 2 неонацисты әсирлеккә ала, ҡалғандары ҡаса. Был һуғышта офицер Украина ҡораллы көстәренең 6 хәрби хеҙмәткәрен юҡ итә. 2023 йылдың авгусынан октябренә тиклемге осорҙа уның взводы дошмандың һөжүмен кире ҡағып, уға ҙур юғалтыуҙар килтерә. Офицерҙың оҫта етәкселек итеүе һөҙөмтәһендә 3 танк, 4 хәрби бронялы машина һәм Украина ҡораллы көстәренең 50-нән ашыу хәрби хеҙмәткәре юҡ ителә. Хәйбулланың батыр егетен беҙ ҙә юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ! Фото: "Башинформ"