Уҡыуҙар "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы уҙа. Был хаҡта республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итәләр. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева әйтеүенсә, 2021 йылда Башҡортостан Рәсәйҙә "Экспорт форсажы" программаһының төрлө тармаҡтарға бәйле йүнәлештәрен эшләтеп ебәргән беренсе төбәк булып, әле лә берҙән-бер булып ҡала. "Дүрт йыл эсендә бизнес акселераторының тармаҡ программалары һөҙөмтәлелеген күрһәтте, шуға ла беҙ йүнәлештәрҙе киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Әле химия сәнәғәте продукцияһын етештергән 15 компания өсөн уҡыуҙар башланды. Улар етештергән тауар сит ил контрагенттарын ҡыҙыҡһындыра. Был төр продукция 2024 йылдың биш айында республика экспортында 21,3 процент тәшкил итә", – ти министр. Компанияларға йәмғеһе туғыҙ төр уҡыу моделен үҙләштерергә кәрәк. Әлеге төркөмдә косметика етештереүселәр, һыуҙы таҙартыу, эшкәртеүгә тәғәйенләнгән реагенттар сығарыусылар, микробиологик ашлама, һыуҙы таҙартыу өсөн биопрепараттар етештергән һәм башҡа төр химик эшмәкәрлек алып барған ойошмалар уҡый. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: милли проекттар РФ Президенты В.В. Путиндың башланғысы менән барлыҡҡа килеп, тормошҡа ашырыла башланы. "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға, Рәсәй тауарҙарын экспортҡа сығарыуҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән.