Найти тему
Башҡортостан гәзите

Абҙандар яугирҙәрҙе дәррәү хәстәрләй

Архангел районына эш сәфәребеҙ мәлендә иң элек замандаштарыбыҙҙың махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеү барышы менән таныштыҡ. Иртәнге сәғәттәр булыуға ҡарамаҫтан, Абҙан ауылындағы маскировка селтәре үреү ойошторолған бинаға байтаҡ халыҡ йыйылып өлгөргәйне. – Бынан кеше өҙөлмәй. Береһе ҡайтып китһә, икенсеһе килә. Хатта төнгө сәғәт икегә тиклем дә үргәнебеҙ бар. Ялға ҡайтҡан яугирҙәр ҙә был селтәрҙәрҙең һаҡланыу өсөн бик кәрәк булыуы тураһында әйтә, – тип һөйләне һалдаттарыбыҙҙың ғүмеренә битараф булмағандар. Маскировка селтәре үреүгә быйыл март айында ныҡлап тотонғандар. Ағас эшенә оҫта Ғайса Шәрәфетдинов үреү станогын да, таҫма киҫеү ҡорамалын да яһап биргән. Ғайса Ғәйнислам улы байтаҡ йылдар Себер тарафтарында йәшәгән. Токарь ҙа, автомеханик та булып эшләгән. Хаҡлы ялға сығып, тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнгәс, яҡташтарына ярҙамға килгән. – Һалдаттарҙы һаҡлау, уларға ярҙам итеү өсөн үҙ өлөшөмдө индергем килде. Ауылдаштар был эшкә бик дәррәү тотондо. Март аҙағында беренсе маскировка селтәрен үреп бөтһәк, әле 17-сеһе теүәлләнә, – тип һөйләне ул. Ауырлыҡ килгәндә берҙәм күтәрелеү биҙәй халыҡты. Абҙанға селтәр үрергә килеүселәр араһында төрлө йәштәгеләрҙе күрергә мөмкин. Шулай ҙа күпселеге – ололар. Рәмилә Исмәғилева, Рәйхана Бикбулатова, Вәлимә менән Әхәт Яҡшымбәтовтар, Динә Килмөхәмәтова һәм башҡа апай-ағайҙар, ваҡыттарын йәлләмәйенсә һалдаттар өсөн тырыша. Ошо ауылда тыуып, ғүмер буйы бында хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан Рәүфилә Әлимғолова ла маскировка селтәре үреү ойошторолғандан алып йөрөй. – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр араһында туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ бар. Барыһына ла ныҡ ярҙам итке килә. “Кобра” схемаһы буйынса үрәбеҙ. Тәүҙә өйрәнеүе ауыр һымаҡ булһа ла, хәҙер яйына төшөнөп алдыҡ. Эшебеҙ ырай. Тирәкле ауылына барып оҫталыҡ дәресе күрһәтеп ҡайттыҡ. Улар ҙа әүҙем эшләй, – тине Рәүфилә Әлимғолова. Ололар ғына түгел, был изге эштә хатта мәктәп уҡыусылары ла ярҙам итә икән. Матур теләктәр менән хаттар яҙып та йәш быуын һалдаттарҙың күңелен күтәрә. Әле абҙандар 15 селтәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә ебәргән, уларҙың дүртәүһен ялға ҡайтҡан яугирҙәр алып киткән. – Егеттәргә ярҙам итеү теләге килтерҙе мине бында. Яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлауға беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, тип уйлайым. Тиҙерәк һуғыш тамамланһын, бәйләгән селтәребеҙ һуңғыһы булһын, башҡаса кәрәкмәһен, тигән изге ниәттәр менән башҡарабыҙ эшебеҙҙе, – ти хаҡлы ялда булһа ла, әле лә мәктәптә хеҙмәт иткән Венера Ғаянова. Абҙандарҙың изге теләге тиҙерәк ҡабул булһын. Яугирҙәребеҙ еңеү менән үҙ аяҡтарында тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтһын. Автор фотоһы.