Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төп байлыҡ – кеше ресурсы

ПРОФЕССИОНЕЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮ Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә эшсе һөнәр эйәләренә ихтыяж артты. Күп кенә төбәктәр ҡайҙан эшсе ҡулдар табырға тип баш ватҡан ваҡытта Башҡортостан властары был проблеманы тамырынан хәл итеүгә тотондо. Был – ҡәҙерле кадрҙарҙы үҙеңә әҙерләп алыу. Ошо сәбәпле һуңғы йылдарҙа республикала урта һөнәри белем биреү системаһына иғтибар бемә-бер артты. Ысынлап та, хәҙер Башҡортостанда урта профессиональ белем биреү системаһы бик әүҙем үҫешә. “Заман саҡырыуҙары шарттарында кадрҙар мәсьәләһе киҫкенләшә. Башҡортостандың һәм тотош илдең киләсәге уны нисек һөҙөмтәле хәл итеүебеҙгә бәйле”, – ти был турала республика Башлығы Радий Хәбиров. Был эштә аҡса йәлләмәйҙәр Башҡортостан урта һөнәри белем биреү мәсьәләһе менән биш йыл элек, предприятиелар квалификациялы кадрҙар етмәй тип әйтә башлау менән шөғөлләнә башланы. Нисек кенә булмаһын – кадрҙар әҙерләү иҡтисад өсөн бик мөһим күрһәткес һәм быға ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай. Мәсьәләне комплекслы хәл итәләр. Иң элек, властар колледждарҙың матди-техник базаһын модернизациялауға тотондо. 90 урта махсус уҡыу йортон ремонтлауға һәм йыһазландырыуға 700 миллион һум йүнәлтелгән, бындай ҙур финанслауҙы һөнәри белем биреү системаһы 30 йылдан ашыу күргәне юҡ ине. Колледждарҙа оҫтаханалар йыһазландырыу, яңы ҡорамалдар урынлаштырыу менән шөғөлләнәләр, ятаҡтарҙы тәртипкә килтерә башланылар. Дөйөм алғанда ике йыл эсендә республиканың 20 колледжынан 24 мең самаһы бала яңыртылған уҡыу корпустарында белем алыу мөмкинлегенә эйә булды. Быйыл тағы 15 уҡыу йортона капиталь ремонт үткәреү өсөн 330 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Матди техник базаны нығытыу шул иҫәптән федераль субсидиялар иҫәбенә лә башҡарыла. 2019 йылдан 60 колледжда 188 заманса оҫтахана ойошторолдо, шуларҙың 79-ы – милли проект сиктәрендә, 109-ы – “Йәш профессионалдар” чемпионаты мираҫы. Бынан тыш, республика йыл һайын урта һөнәри белем биреү учреждениеларына комплекслы капиталь ремонт үткәреүгә ярты миллиард һум аҡса бүлә. Ил Президенты указы буйынса федераль программа ла барлыҡҡа килде. 2030 йылға төбәктәге бөтә колледждар ҙа яңыртылыр тип күҙаллана. Башҡортостан “Профессионалитет” проектына әүҙем инде, уның сиктәрендә 2025 йылда 19 үҙәк эшләйәсәк, уларҙы ойоштороуға 1,62 миллиард һумдан ашыу федераль субсидия йәлеп ителгән, республика бюджетынан 860 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Үҙәктәр һаны буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә беренсе урында килә. Был проект эш биреүселәрҙең реаль талаптарына ярашлы белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләүгә булышлыҡ итә. Төп компаниялар һәм предприятиелар персонал ҡабул итеү структураһын һәм күләмен билдәләүҙә, белем биреү процесы менән идара итеүҙә һәм төбәк кимәлендә мәғариф программаларын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. “Профессионалитет” буйынса тәүге белем биреү-производство үҙәген Өфө машиналар эшләү колледжында Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе ҡатнашлығында ойошторҙолар. Беренсе курстан алып маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыған студенттар теорияны өйрәнә, ә буласаҡ һөнәрҙең практик күнекмәләрен Етештереү-уҡытыу үҙәгендә тәжрибәле остаздар етәкселегендә үҙләштерә. 2023 йылда республикала тағы ете белем биреү-етештереү кластеры асылды. Шул иҫәптән химия тармағы буйынса – Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы нигеҙендә, тау сеймалын табыу буйынса – Учалы тау сәнәғәте колледжында, машиналар эшләү буйынса – Стәрлетамаҡ политехник колледжында һәм башҡаларҙа. Быйыл тағы ла алты үҙәк асылыуы көтөлә. Гранттар эште еңәләйтә Республика яғынан урта профессиональ белем биреүгә тағы ла бер мөһим ярҙам – гранттар. Йыл һайын Башҡортостандың өс колледжы төбәк бюджетынан матди-техник базаһын яңыртыуға 30-шар миллион һум күләмендә грант ала. Йыл йомғаҡтары буйынса урта профессиональ белем биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн 10 колледж Башҡортостан Башлығының 1 миллион һумлыҡ грантын ала. Колледждарға һәләтле уҡытыусыларҙы йәлеп итеү һәм һөнәрҙәре буйынса үҫешергә теләгәндәрҙе тотоп ҡалыу өсөн уҡытыусылар өсөн гранттар – 690 мең һум – яҡшы стимул булды. Башта уларҙы конкурс йомғаҡтары буйынса ун педагогҡа тапшырғайнылар, хәҙер грант алыусылар һанын 20-гә тиклем арттырҙылар. Колледж студенттары уҡыуҙағы уңыштары өсөн республиканан финанс ярҙамына иҫәп тота ала. Улар өсөн 5000 һум күләмендә (150 стипендия) Башҡортостан Башлығы, 1480 һум Хөкүмәт (30 стипендия) стипендиялары ҡаралған, шулай уҡ М.Аҡмулла исемендәге 5000 һум күләмендә (10 стипендия) стипендия булдырылған. Нефтекамаға уҡырға килергә теләүселәр арта 2023 йылда 30 миллион һумлыҡ грантты конкурс һайлап алыуы буйынса өс колледж алған. Улар Башҡорт аграр-технологик колледжы, Нефтекама машиналар эшләү колледжы һәм Туймазы индустриаль колледжы. Беҙ был юлы Нефтекама машиналар эшләү колледжы директоры Радус Йәҙит улы Әхмәтшин менән һөйләштек һәм уларҙың был аҡсаны нәмәгә тотонғанын белештек. – 2023 йылда беҙҙең Нефтекама машиналар эшләү колледжы профессиональ белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһын яңыртыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы бюджетынан субсидиялар формаһында гранттар биреүгә конкурс буйынса һайлап алыуҙа еңеп сыҡты. Грант сиктәрендә алынған аҡса мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә ҡаланың, төбәктең һәм илдең алдынғы предприятиеларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү; IT-компетенцияларға уҡыуға ҙур һорау булыуы арҡаһында белем биреү ҡеүәттәренә ҡытлыҡты бөтөрөү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Мәғлүмәт технологиялары йүнәлеше буйынса биш заманса оҫтахананы яңыртыуға һәм ойоштороуға йүнәлтелде, – тине директор. Колледждың төп партнерҙары – “НЕФАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм “НКМЗ-Групп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, заманса эшмәкәрлек шарттары трендында ҡалып, етештереүҙе үҫтереүҙең төп йүнәлештәренең береһе булып үҙҙәренең бизнес-процестарын һанлаштырыуҙы һайлай. Предприятиелар штатында, программа тәьминәтен әҙерләүҙең һәм яҡлауҙың ҙур сегментын индереп, мәғлүмәт технологиялары буйынса эре бүлексәләр эшләй. Оҫтаханалар күрһәтелгән предприятиеларҙы квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү проблемаларын, шул иҫәптән түбәндәге йүнәлештәр буйынса ла, мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә: производство-мәғлүмәт системалары функцияларын бойомға ашырыусы программа тәьминәтен, шул иҫәптән WEB-ҡушымталарҙы әҙерләү һәм уларға булышлыҡ итеү; етештерелгән ҡорамалдарҙы һәм уның компоненттарын автоматлаштырыу буйынса махсус программа тәьминәтен әҙерләү һәм яңыртыу, шул иҫәптән микроконтроллерҙарҙы программалаштырыу. Ихтыяжды иҫәпкә алып, колледжда IT -йүнәлештәр буйынса контроль ҡабул итеү һандары үҫә, шулай итеп, 2024 йылда 25 кешегә ҡабул итеү арттырылған һәм 75 кеше тәшкил итә. Дөйөм алғанда был уҡыу йортонда йәштәрҙе ун һөнәр һәм белгеслек буйынса уҡытылар. Мәҫәлән, мәғлүмәт системалары һәм программалаштырыу, электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү (тармаҡтар буйынса), машиналар эшләү технологияһы, роботланған производствоны техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү (тармаҡтар буйынса), иретеп йәбештереү производствоһы, янғын хәүефһеҙлеге, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе (тармаҡтар буйынса), ашнаҡсы һәм кондитер эше, иретеп йәбештереүсе (ҡул менән һәм өлөшләтә механизацияланған иретеп йәбештереү), автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса оҫта. Беҙҙә уҡырға теләйҙәр Заманса йыһазландырылған башҡорт колледждары күрше төбәктәр халҡын йәлеп итә башланы. Республика Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына күрше төбәктәр менән сиктәш райондарҙа колледждарҙың яңы филиалдарын булдырыу мөмкинлеген ҡарарға, унда ихтыяж булған һөнәрҙәр асырға ҡушты. – Һығылмалы булыу һәм заманса талаптар өсөн белгестәр әҙерләү мөһим. Әле хеҙмәт ресурстары өсөн көрәш бара. Иҡтисад үҫешә, белгестәр кәрәк булған яңы предприятиелар барлыҡҡа килә. Йәштәр тыуған республикаһында уҡыһын һәм артабан эшләһен өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Кеше ресурсы – ул төп байлыҡ, – ти Радий Хәбиров. Аҡса һалыу арҡаһында кешеләрҙең фекере үҙгәрә башланы: хәҙер урта белем биреү йорттары уҡый алмаған йәки уҡырға теләмәгәндәр өсөн урын булараҡ ҡабул ителмәй, колледждар алдынғы белем үҙәгенә әүерелде, унда сығарылыш уҡыусылары заманса һөнәр ала, ә уҡыуҙы тамамлағандан һуң яҡшы түләүле һәм ҡыҙыҡлы эш таба ала. Колледждарҙа уҡыу абруйлыға әүерелде, тип билдәләне республика Башлығы. Уларҙы Башҡортостанда туғыҙынсы класты тамамлаусыларҙың 60 проценты һайлай: “Был йәштәр сифатлы белем һәм кәрәкле һөнәр алһын өсөн улар өсөн шарттар булдырыу – беҙҙең бурыс”, – тине Радий Хәбиров. Фото: Нефтекама машиналар эшләү колледжы.