Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йомортҡаның файҙалы яҡтарын беләһегеҙме?

Йомортҡа составында бөтә витаминдар һәм микроэлементтар, кеше организмына файҙалы булған туҡлыҡлы матдәләр бар. Йомортҡа аҡһымға бай ризыҡ, ә бына углеводтар уның составында юҡ тиерлек. Шуға ла уны ябығыусылар хуп күрә. Йомортҡа – Д витамины ҡаҙнаһы, холестеринды төшөрә, файҙалы майҙарға бай, нервы системаһын нығытыуға һәләтле, мейе эшмәкәрлеген шәбәйтә, йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын һаҡлай, күҙҙәрҙең һаулығын нығыта. Даими йомортҡа ашап торған кешенең тырнаҡтары матурлана, сәстәре ҡуйыра. Йомортҡаның һарыһы айырыуса файҙалы. Ул тулыһынса тиерлек эшкәртелеп, файҙалы матдәләргә бүленеп бөтә; йөрәкте, мейене һәм тәнде нығыта; күкрәкте, үпкәләрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта; ашҡаҙан, эсәк, һейҙек ҡыуығы ауырыуҙарын дауалай; күп ҡан юғалтҡан кешеләрҙең хәлен яҡшырта. Ләкин сей йомортҡа һарыһы ашҡаҙанға, бөйөрҙәргә зарарлы — таш ултырырға мөмкин, тәнгә бетсәләр сығара. Йомортҡаны ярым сей, ярым бешкән килеш ашарға кәрәк. Бының өсөн уны ҡайнар һыуға һалғас, 100-гә тиклем һанарға кәрәк. Шул саҡта йомортҡа бешер-бешмәҫ була. Ә иң яҡшыһы — йомортҡаны һытып, һыуҙа йә һөттә бешереү. Көнөнә бер-ике йомортҡа ашау етә, ти белгестәр. Аллергия менән яфаланғандар бүҙәнә йомортҡаһына өҫтөнлөк бирһә, күпкә яҡшыраҡ. Шулай ҙа һәр нәмәлә сама булырға тейеш. Һау-сәләмәт булығыҙ! Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.