Бәләкәй саҡта беҙҙе эңер төшкәндә ҡысҡырып көлөүҙән, йүгереүҙән, тауышланыуҙан тыйҙылар. Күҙ бәйләнгән ваҡытта өйҙә генә ултырырға ҡуша торғайнылар. “Эңерҙә ендәр ике донъя араһында аҙашып йөрөй”, - тип аңлата ине ололар. Ҡояш байығанда йоҡларға ла ярамай - хәлең бөтөп, ауырып тораһың, тинеләр.
Альмира Айытҡолова үҙҙәренең ғаиләһендә булған тыйыуҙар тураһында һөйләне. Иҙәнде өҫ кейеме, таҫтамал менән йыуырға ярамай, юғиһә тиҙҙән ҡаты ауырыуға юлығасаҡһың. Ашағандан һуң ҡулды, ауыҙҙы сайҡамаһаң да сирләйәсәкһең, ауыҙ-мороноңа ҡутыр сыға. Сәсте, тырнаҡты ҡырҡҡас, ташларға ярамай – көсөң бөтә, башың ауырта.
Бысаҡ менән бәйле ырымдар ҙа күп. Үткер яғы менән әйләнеп ятһа, тауышҡа юрағандар. Шулай уҡ тоҙ түгеү ҙә өйҙә ғауға сығыуға булған. Ир кешенең яғалы кейеменә, дөрөҫөрәге яғаһына ултырырға, аяҡ аҫтына һалырға ярамай – абруйы, дәрәжәһе төшә.
Эт, бесәй ярау иткәнде күрһәң, күҙгә арпа сыға. Ауыл ерендә йәшәгәндәргә йыуынтыны, кер йыуған һыуҙы аяҡ аҫтына түгеү тыйыла – сарпыу ҡағыла.
Мунса менән бәйле тыйыуҙар ҙа бик күп беҙҙең халыҡта. Йыуынып бөткәс, һыу һауытының ҡапҡасын мотлаҡ ябырға кәрәк – ен-шайтан йыуынмаһын өсөн.
Был тыйыуҙар, һынамыштар, ҡурҡытыуҙар буш урында ғына килеп сыҡмағандыр. Боронғо кешеләрҙең оҙаҡ ваҡыт тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте, уратып алған донъяны, кешеләрҙең тәртибен, һаулығын күҙәткәндән, өйрәнгәндән һуң барлыҡҡа килгән. Артабан йәмғиәттә әхлаҡи нормалар булдырыу өсөн ҡабул ителгән булғандыр ҙа, оҙайлы эволюция осоронда, үрҙә әйтеп үтелгәнсә, ҡан хәтерендә ҡалғандыр.
Ә һеҙҙең төбәктә, ғаиләлә ниндәй тыйыуҙар, юрамыштар, тыйыуҙар була торғайны һәм улар нисек аңлатыла ине?
Лена АБДРАХМАНОВА.