Найти тему
Башҡортостан гәзите

Игенселәр династияһын дауам итеп...

Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ауыл хужалығы тармағы эш урындарын һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам саралары, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар һәм льготалар ҡаралған. Ғөмүмән, төбәк иҡтисади һөҙөмтәлелеген һәм тышҡы баҙарҙа конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн агросәнәғәт тармағын эҙмә-эҙлекле яңырта. Башҡортостан һөт, һыйыр ите, ҡымыҙ, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукттары етештереүгә баҫым яһаған юғары үҫешкән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы төбәге булып тора. Ә иң мөһиме, республикабыҙ эшһөйәр, тырыш, маҡсатлы, ысын хеҙмәт кешеләре менән дан тота. Республикабыҙҙа данлы игенселәр династиялары бихисап. Йылайыр районында ла Үтәшевтар игенселәр династияһын лайыҡлы дауам итә. Атаһы, ҡартатаһы һөнәренә тоғро ҡалып, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләп, икмәк үҫтергән ир аҫылдары йәшәй Йылайыр яҡтарында ла.1926 йылда Хәйбулла районының Таштуғай ауылынан бер нисә ғаилә яңы ерҙәрҙе үҙләштереп Суртанүҙәк ауылына нигеҙ һала. Күсеп сығыусылар араһында Солтанмәхмүт Үтәшев та була.Ер хеҙмәтенә тоғро ҡартатаһының эшен 1937 йылда тыуған ейәне Илдус Әбүбәкер улы ла дауам итә.Мәле еткәс данлы атаһының юлын улы Илшат та һайлай.Ваҡытында Илшат Үтәшев атаһы Илдус Әбүбәкир улының кәңәше буйынса үҙ эшен башлай: урындағы ферманы һатып ала, уны ремонтлап, рәтләп алғас, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәрә. Бөгөн инде районда иң әүҙем үҫешеүсе хужалыҡтарҙың береһен етәкләгән Илшат Илдус улы тормош иптәше Гөлнара Ринат ҡыҙы, өлкән улы Илфат һәм хәҙер инде кесеһе Урал менән иңгә-иң терәшеп, тырышып эшләйҙәр.Игенселәр династияһын, алдан әйтеп үтеүебеҙсә, бөгөн Илфат Илшат улы Үтәшев дауам итә. Хеҙмәт юлын атаһының фермер хужалығында башлаған тәүәккәл егет ғаилә ҡорғас үҙенең эшен аса. Ер эшен бала сағынан белгән йәш етәксе алдына ҡыйыу маҡсаттар ҡуйып йәшәй, тырышып эшләй. Күптән түгел Илфат һәм Айгөл Үтәшевтарҙың ишле ғаиләһенә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығынан «Ауыл биләмәләрен комплексы үҫтереү» программаһы буйынса йорт төҙөүгә сертификат бирелде. Тимәк, тырыш, татыу йәш ғаиләнең тағы бер матур хыялы бына-бына тормошҡа ашасаҡ!Бөгөн аталы-уллы Үтәшевтәр арпа, бойҙай, етен үҫтерә. Мал аҙығы әҙерләү менән шөғөлләнәләр (фураж, сенаж), хужалыҡта 200 баш һыйыр малы иҫәпләнә. 1000 гектар сәсеү майҙаны эшкәртелә, уны яҡын киләсәктә бер нисә тапҡырға арттырыу планлаштырыла. Төрлө йылдарҙа хужалыҡҡа юғары етештереүсәнле техника һатып алына: комбайндар, МАЗ автомобилдәре, МТЗ тракторҙары һ.б.2020 йылда Үтәшевтәр хужалыҡтарын үҫтереүгә 3 млн 300 мең һум күләмендә грант алыуға ирешә. Дәүләт ярҙамына улар 49 баш симменталь тоҡомло быҙау һатып ала, бынан тыш йөҙ баш һыйыр малына иҫәпләнгән аҙбар һауыу ҡоролмаһы менән йыһазландырыла. Крәҫтиән (фермер) хужалығы баҫыусылыҡ менән бер рәттән һөт етештереү менән шөғөлләнә. Иртәнге һәм киске һауым һөт ҡабул итеү пунктына оҙатылып тора.Бына шулай, Үтәшевтарҙың барыһы ла ошо төбәктә тыуып үҫкән. Билдәле мәҡәлдә әйтелгәнсә, үҙ бәхеттәрен ситтә эҙләмәгәндәр, ҡайҙа тыуғандар – шунда береккәндәр, ата-бабалары эшен дауам итеп, игенсе һөнәренә тоғро ҡалғандар. Фото һәм сығанаҡ: "Ауыл уттары" гәзитенән