Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡабаҡтан торт эшләйек әле

Баҡсала йәшелсәләрҙең өлгөргән, иң файҙалы ваҡыты. Ишембай районының Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина ла быйылғы уңыштан ҡәнәғәт. Яҡындарын ҡабаҡ торты менән дә һыйлап өлгөргән. “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ла ошо тәмле һәм файҙалы ризыҡты бешерергә кәңәш итте. - Өйҙә ҡабаҡ тортын бик яраталар. Быйыл баҡса шәп булды, ҡабаҡтар ҙа уңды. Ҡунаҡтар килһә лә, балалар ҡайтһа ла бешерәм. Ҡырғыс аша ҡырып, туңдырғысҡа ла һалып ҡуям. Торт бешереү өсөн ҡабаҡты эре ҡырғыс аша үткәрәм, аҙаҡ бер аҙ һутын һығып алам. Аҙаҡ уға йомортҡа, он, тоҙ, борос ҡушып бутайым, ҡатнашма ҡуйы ҡоймаҡ ҡамыры һымаҡ килеп сығырға тейеш. Табаны ҡыҙҙырып майлағас, ҙур ҡоймаҡтар һымаҡ итеп бешерәм. Торт эшләгәндә араларына буярға майонезға ваҡланған һарымһаҡ өҫтәйем, биҙәр өсөн киҫелгән помидор ҡулланам. Бик тәмле килеп сыға, - тине ул. Бешереп ҡарайыҡ! Фото: Рузалия Ниғмәтуллинаныҡы.