Найти тему
Башҡортостан гәзите

Олаталары һуғышҡа бейей-бейей киткән...

1941-ҙең сентябрендә Усман Мортазин, бар халыҡты таң ҡалдырып, һуғышҡа бейей-бейей киткән, тиҙәр. Шул уҡ йылда Мәскәү өсөн барған алышта баш һалған. Уға 29 йәш булған, дүрт балаһы етем ҡалған. Шул балаларҙан 17 ейән-ейәнсәре, 39 бүлә-бүләсәре, 27 тыуа-тыуасары тарала. – Ете быуыныңды белеү, туғандарың менән аралашып йәшәү – халҡыбыҙҙа борондан килгән изге ғәмәл. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер йәштәр ике-өс туғандарын да белеп етмәй. Нәҫелебеҙҙә ошондай тарҡаулыҡты булдырмаҫ өсөн Шәжәрә байрамын үткәрҙек, – ти Усман Мортазиндың бүләсәре, Байыш ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Гөлсиә Ибраһимова. Нәҫел башланғыс алған Ибраһим (Күктүбә) ауылы 1986 йылда бөтөрөлә, шуға күптәре Байышта төпләнгән. Усман олаталарынан башланған шәжәрәгә 120 самаһы исем исем яҙылған, осрашыуға иллеләгән кеше килгән. – Байышта йәшәгән туғандар беҙҙе, ситтән ҡайтҡандарҙы, йәмле аҡланда ете самауыр ҡайнатып, ҡаҙандарҙа аш бешереп, ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Мин Усман олатайҙың иң оло ейәнсәре булһам, байрамға килгән бер айлыҡ Салауат – иң кесе тыуары, – ти 72 йәшлек Рәйсә Үҙәнбаева. Усман һалдаттың вариҫтарының өсәүһе әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Шәжәрә байрамында уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын, донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләп, ҡорбан салғандар, доға ҡылғандар. Нәҫелдең иң өлкән вәкилдәренең береһе Рәйсә Юлыева менән сәсән телле килендәре Нурия Мортазина ил именлеген һаҡлаусы ир-егеттәргә арналған шиғырҙарын уҡыған. Сара барышында 15, 20, 25, 30, 45 һәм хатта 50 йыл бергә йәшәгән парҙарҙы бүләкләгәндәр. Быйыл мәктәп, колледж һәм институт тамамлаған йәштәрҙе лә билдәләгәндәр. Һуғышҡа ла бейей-бейей киткән Усман Мортазиндың вариҫтары тик кенә тора аламы ни! Байрамда дәртле башҡорт көйҙәре һәм башҡорт бейеүҙәре тынмаған, алтмыштағыһы ла, алтылағыһы ла өҙә баҫҡан. Туғандар йышыраҡ йыйылырға килешкән, аралашып торор өсөн социаль селтәрҙә дөйөм төркөм булдырғандар. Баймаҡ районы. Фото һәм видео Рәйсә Юлыеваның шәхси архивынан.