"БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ" 2019 йылдан тормошҡа ашырылған “Башҡорт ихаталары” ихата биләмәләрен төҙөкләндереү комплекслы программаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. 2019-2023 йылдарҙа был программа буйынса Башҡортостанда 1300-ҙән ашыу йорт алдындағы биләмәләр төҙөкләндерелгән, уларҙа 400 меңләп кеше йәшәй. Республика Башлығы Радий Хәбиров был программаның ҙур һорау менән файҙаланылыуын белдерҙе. – “Башҡорт ихаталары” - торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге иң яҡшы проект. Уны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Мөмкинлеккә ҡарап, йорт эргәләрендәге биләмәләрҙе яңыртыуға өҫтәмә аҡса табырға тырышасаҡбыҙ, – тигәйне республика етәксеһе былтыр Өфөлә ошо программа буйынса эшләнгән эштәр менән танышыу мәлендә. Әйтергә кәрәк, был йылдар эсендә республикабыҙҙа әллә күпме йорт алды биләмәләре ошо программа ярҙамында заманса яңы төҫ алды. Йәрмәкәй районына эш сәфәре мәлендә бында ла халыҡ өсөн тыуҙырылған заманса шарттарҙы күрҙек. Йәрмәкәй ауыл биләмәһе башлығы Нурислам Тимеров ошо йәһәттән башҡарылған иң ҙур объект менән таныштырҙы. Грачев урамы, 1, Мәктәп урамы 20, 22, 24, 26 йорттары эргәһендә “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса эштәрҙе күрһәтте. Ул ике этаптан торған, 2020 һәм 2023 йылдарҙа башҡарылған. Тәүгеһендә туғыҙ миллион һум бүленгән, был аҡсаға балалар майҙансығы ҡоролған, видеокүҙәтеү, яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Икенсе этапта 15 миллион һумлыҡ эш үтәлгән. Уның 94 проценты республика ҡаҙнаһынан, биш проценты урындағы бюджеттан, бер проценты халыҡ тарафынан йыйылған. Был йорт эргәләре ҡарап торорлоҡ йәмле. Юлдар асфальтланған, бордюрҙар ҡуйылған, һыу китеү өсөн каналдар эшләнгән, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ла урынлаштырылған. Былар барыһы ла халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы хәстәрләү маҡсатында эшләнгән. Шуға ошо йорттарҙа йәшәүселәрҙең дә фекере ҡыҙыҡһындырҙы, сөнки тап улар көн һайын ошо матурлыҡты күрә, уңайлыҡтан файҙалана. – Өфөнән ҡайтҡан ҡунаҡтар “һеҙҙә шарттар ҡаланан кәм түгел” тип һоҡланып китте. Ысынлап та, шулай, матур ҙа, таҙа ла беҙ йәшәгән йорт эргәһендә. Балаларға ла уйнарға урын бар, бик тә ҡәнәғәтбеҙ. Үҙебеҙ ҙә уны йәмләргә тырышабыҙ, – тип һөйләне Зилә Ғабдуллина һәм Әминә Садиҡова. Йәрмәкәйҙәр быға тиклем дә был программаның файҙаһын күреп өлгөргән. 2019 йылда Грачев урамы, 3, 5, 7, 17-се йорттар биләмәләре яңыртылған. Был урында спорт майҙансығы төҙөлөүе лә файҙаға, хәҙер балаларҙың яратҡан урынында рәхәтләнеп мини футбол уйнайҙар. Элекке иҫкергән төҙөлөш ҡаралтыларын һүтеү алыу, юлдарҙы яңыртыу ҙа биләмәгә күркәмлек өҫтәгән. ФЕКЕР Нурислам ТИМЕРОВ, Йәрмәкәй ауыл биләмәһе башлығы: – Элек был йорттар эргәһендә юлдар торошо ла насар ине. Программа ярҙамында биләмә танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам. Район ҡаҙнаһы менән генә был тиклем ҙур эштәрҙе башҡарып сығара алмаҫ инек. Биләмә төҙөкләндерелгәс, унда йәшәүселәрҙең дә кәйефе күтәрелде. Хәҙер улар йорт тирәләренә сәскә ултыртып, йәшәгән ерҙәрен тағы ла күркәмерәк итә. Автор фотолары.