Йылға буйында ҡулына ҡармаҡ тотҡан ҡатын-ҡыҙҙы көн дә күрмәҫһегеҙ. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәгән Клара Батыр ҡыҙы өсөн был ғәҙәти эш. Ул - 33 йыл “стажы” булған һәүәҫкәр балыҡсы. Әгәр элек күп ирҙәрҙә ҡатын-ҡыҙ балыҡсы йылмайыу тыуҙырһа, хәҙер һыу ятҡылыҡтарында кешелектең матур яртыһы ир-егеттәр менән бер рәттән балыҡ тота. Бында һәр кемдең үҙ маҡсаты бар: береһенә күп итеп балыҡ тотоу мөһим, икенселәре ҡармаҡлау процесынан ләззәт ала, өсөнсөләре өсөн иһә дуҫтары менән ваҡыт үткәреү өсөн сәбәп. Беҙҙең әңгәмәсебеҙ Клара Вәлиева, балыҡ тотоуҙан ләззәт алам, ял итәм, тине. Клара Батыр ҡыҙы Үзбәкстанда, Ҡарағалпаҡ АССР-ында донъяға килә. Сабый сағында, әсәһенә ундағы климат килешмәү сәбәпле, Аҡъярға күсеп киләләр. Унан һуң Бүздәк районына күсәләр. Бала сағы шунда үтә, уҡырға бара. 7-се класты тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһында бухгалтерға уҡып сыға. Ул ваҡытта Матрай районына ҡараған Юлдыбай ауылына апайын эшкә ебәргәстәр, хәлен белергә килгән Клара Батыр ҡыҙы ла шунда эшкә урынлаша. Ике йыл эшләгәндән һуң, Матрай районы бөтөрөлгәс, Аҡъярға эшкә ебәрәләр. Тик унда бармай, Өфөгә кире ҡайта. Аҡъярға апайына ҡунаҡҡа килгән ваҡытта Булат Йомағужа улы менән танышып бер аҙҙан өйләнешәләр. Тормош иптәше менән 35 йыл бергә йәшәгәндән һуң, мәрхүм була. Булат Дәүләтбаев Аҡъяр ауылында тыуып үҫә, агроном булып эшләй. Клара Батыр ҡыҙы 15 йыл «Чебурашка», хәҙерге «Бәпембә» балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй, унан һуң, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Аҡъяр май етештереү заводында эшләй. Хеҙмәт ветераны, «РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы» исемен йөрөтә. Балыҡсы инәйҙең ҡыҙы Диана менән кейәүе Рәшит Ҡунысбаевтар Буребай ауылында йәшәй. Клара инәйҙең ике ейәне, алты бүлә-бүләсәре бар. - Балыҡ тотоуға әүәҫлек ҡапыл башланды. Балаларым менән Яңы Ергән яғына йылға буйына ял итергә төштөк. Кейәүем ҡармаҡ сығарып, балыҡ ҡармаҡлай башланы. «Кейәү, ҡайҙа миңә лә бир әле бер ҡармағыңды, мин дә тотоп ҡарайым әле», - тип һорап алдым. Шулай ул бер балыҡ та тотманы, ә миңә эләгә лә эләгә. Шул ваҡыттан ҡыҙығып киттем, йылға эргәһендә йәшәгәс, йыш ҡына балыҡ тоторға йөрөнөм. Кис барып емләйем, иртәнсәк барып тотам. Һинең эргәңдә шәп эләгә, тип башҡа балыҡсылар яҡынлай ине. Йылғаның икенсе ярында торған ирҙәргә балыҡ эләкмәй, ә мин ҡармаҡ ташлап торам, сығарып торам. Балыҡҡа сыҡмаған көндәремдә «бөгөн барометр Клара апай сыҡманы, балыҡ эләкмәй торған көндөр инде», - тип бер-береһе менән көлөшә балыҡсылар. Шулай 33 йыл йөрөйөм балыҡ тоторға, - тип һөйләне Клара Вәлиева. Балыҡ тотоуҙан тыш гармунда ла өҙҙөрөп уйнай Клара Батыр ҡыҙы. - Бер тапҡыр ҙа балыҡ тотоуҙың законһыҙ ысулдарын ҡулланманым, әүҙем ял яратыусыларҙы ла шуға саҡырам. Тәбиғәт ҡосағына сығып, тыныс күңел менән йылғаның шаулап ағыуын тыңлап, ҡарап, бөтә ҡайғыларҙы онотаһың, шулай ултырыу үҙе бер ғүмер, - тип тамамланы һүҙен Клара Вәлиева. Автор: Илнара Аптикова. Сығанаҡ һәм фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре".