Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Рөстәм Нәбиев ҡайҙа йыйына?

27-28 июлдә Башҡортостанда, Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Тимкә ауылы янында, "Рәхәтлектә" һаулыҡ һәм туризм фестивале үткәрелә. Унда республикабыҙҙан, Рәсәйҙең башҡа тарафтарынан, Үзбәкстан, Төркиә, Италия һәм Ҡытайҙан 500-ҙән ашыу белгес ҡатнашыуы көтөлә. Ҡунаҡтарҙың дөйөм һаны алты мең тирәһе булыр тип көтөлә. Фестиваль ҡунаҡтары өсөн бай эшлекле программа ҡаралған. Унда Башҡортостанда халыҡ-ара туризмды үҫтереүҙең, медицина туризмының көнүҙәк мәсьәләләре, Рәсәй төбәктәре менән сит илдәр араһында был өлкәлә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса һөйләшеүҙәр планлаштырыла. Сарала ҡатнашып, файҙалы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашырға йыйынған кешеләр араһында биология фәндәре кандидаты, үләндәр менән дауалау үҙәктәре етәксеһе Михаил Гордеев, билдәле блогер-сәйәхәтсе Рөстәм Нәбиев бар. Тәүгеһе үләндәрҙең шифаһы тураһында һөйләһә, Р. Нәбиев экстремаль туризм хаҡында бәйән итергә йыйына. Бынан тыш, дөрөҫ туҡланыу буйынса, Башҡортостан шифаханаларында дауаланыу тураһында лекциялар ойошторола. Фестивалдә мунса оҫталығы, күмәк парланыу буйынса ярыштар үткәреү ҙә ҡаралған. Бынан тыш, әлбиттә, бай мәҙәни программа ҡуйыла, массаж зоналары булдырыла, һыу аттракциондары эшләй, “ГастроРәхәт” сараһы, оҫталар йәрминәкәһе һәм башҡа күп төрлө күңел асыу, ял итеү сараларын үткәреү күҙаллана. Фестивалде ҡалдырмай ҡарарға, ҡатнашырға теләүселәр палаткалар ҡаласығында арендаға палатка ла алып тора ала. Мәғлүмәт сығанағы, фото: pravitelstvorb.ru/news/