Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙ балаға атҡандар

18 июлдә бер нисә бала Өфөнөң Ҡасимов урамында уйнап йөрөгән була. Ҡапыл һауа торошо боҙолоп, йәшен башланғас, ҡыҙҙар подъезд ҡыйығының аҫтына ҡаса. Шул ваҡыт береһенең аяғына пуля килеп тейә. Ҡанды күргәс, ҡоттары осҡан әхирәттәре ҡысҡырыша башлай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, аяғына пуля тейгән ҡыҙға медицина ярҙамы күрһәтелгән, пуляны операция яһап сығарғандар. Әлегә полиция хеҙмәткәрҙәре атҡан билдәһеҙ кешене эҙләй. – Полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән бөтә кәрәкле сараларҙы үткәрә. Видеокүҙәтеү камераларынан яҙмалар алына. Әгәр һеҙ был ваҡиға тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белһәгеҙ, полицияға хәбәр итегеҙ, – тиҙәр ведомствола. Фото һәм видео: БашДТП, Mash Batash