Найти тему
Башҡортостан гәзите

Лагерҙағы балалар ҡамауҙа ҡалған...

Оло Эйек йылғаһында һыу кимәленең күтәрелеүе сәбәпле “Мораҙым” балалар һауыҡтырыу үҙәгендә сменаны ваҡытынан алда япҡандар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан байынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, балаларҙы Оло Эйек йылғаһы аша вахта автобусы менән сығарғандар. 49 кеше, шул иҫәптән 46 бала һыу ҡамауынан ҡотҡарылған. Әммә 20:00 сәғәттә һыу кимәле юғары булыу сәбәпле балаларҙы сығарыу туҡтатыла. Лагерҙа 44 кеше, шул иҫәптән 31 бала ҡалған. Аҙыҡ-түлек һәм эсәр һыу запасы кәрәкле күләмдә бар. Лагерҙы һыу баҫыу ҡурҡынысы юҡ. Ялыуҙар булмаған. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды һәм Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары дежур итә. Кәмәләр һәм ҡотҡарыу жилеттары бар. 21 кеше һәм һигеҙ берәмек техника йәлеп ителгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында оператив штаб эшләй. Хәл контролдә тотола. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.