Ауылыма ниндәй ваҡытта ҡайтыуыма ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт юлыма Әлфиә Аҙнабаева осрай. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки ул өй беренсә йөрөп гәзит-журналдар тарата. Ысынлап та, почтальондың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, һәр саҡ халыҡ араһында. – Беҙҙең ауыл бик ҙур ҙа, әллә ни бәләкәй ҙә түгел, – тип һөйләй Ейәнсура районының Башҡорт Үргене почтальоны Әлфиә Нәжип ҡыҙы. – Һөнәремде яратам, ауылдаштарымдың ихласлығы, ябайлығы, ярҙамсыллығы иңдәремә ҡанаттар ҡуя. Барыһы ла таныш, бөтәһен дә беләм, шулай булғас, эш барышында ҡатмарлыҡтарға осрамайым. Йәшерен-батырын түгел, һуңғы ваҡытта халыҡ гәзит-журналдарға һүлпән яҙыла. Был турала почтальондың фекерен белдек. Әлфиә Аҙнабаева әйтеүенсә, төрлө кешеләр осрай, берәүҙәр ниндәй ҙә гәзитте белмәҫкә лә мөмкин. Уларға аңлатыу, хаҡтарҙы иҫтәренә төшөрөү зарур. Ғөмүмән, "Башҡортостан" гәзите булһынмы, Ейәнсура районында сыҡҡан "Ейәнсура таңдары" тиһеңме, һәммәһе лә яҡшылыҡҡа саҡыра, яҡтылыҡҡа әйҙәй, шуға күрә уларҙы алдырып уғыйҙар ҙа инде. Фото: Әлфиә Аҙнабаева.