Бөгөн Сибай ҡалаһында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Көндәрҙең үтә эҫе булыуы машина йөрөтөүселәр өсөн дә оло хәүеф тыуҙыра. Машина руле артындағы 1980 йылғы ир ҡапыл юлдан сығып, ҡала ситендәге "Сибай" тигән яҙыу торған стелаға барып бәрелгән. Ярай әле үҙе иҫән -һау. Ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр тиҙ килеп еткән. Улар әйтеүенсә, водитель эҫелектән башы әйләнеп, иҫен юғалтҡан. Медицина хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсегә ярҙам күрһәткән. Хөрмәтле водителдәр! Көндәрҙең үтә эҫе тороу сәбәпле, юлда һаҡ булығыҙ. Күберәк һыу эсегеҙ, салонды елләтегеҙ. Әгәр ҙә үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, туҡтап бер аҙ ял итеп алығыҙ! Фото: Сибай ТВ