Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин үҙенең telegram-каналында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ тураһында һөйләгән. “Пчелка” позывнойлы яугир фронттың алғы һыҙығында медицина хеҙмәткәре булараҡ хәрби бурысын үтәй. “Пчелка” позывнойын алған ҡыҙҙың ниндәй яуаплы һәм ҡыйыу ҡарарға килеүе тураһында һөйләргә теләйем. Ул яугирҙәргә медицина ярҙамы күрһәтә. 15 йылдан ашыу Күмертау ҡала дауаханаһының эренле хирургия бүлексәһендә эшләгән. “Пчелка” был профессияны осраҡлы рәүештә һайламаған, әсәһе күп йылдар ауыл фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер булып хеҙмәт иткән. Тәжрибәһе булыу өҫтөнә, ул көслө характерлы кеше. Бына йылдан ашыу яуҙа яраланған һалдаттарға медицина ярҙамы күрһәтә, уларҙың ғүмерҙәрен ҡотҡара”, – тип яҙған Максим Забелин. Максим Забелин махсус хәрби операция зонаһында бик күп табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының хеҙмәт итеүен билдәләгән. Бөгөн улар аҡ халаттарҙа түгел, ә камуфляждарҙа булһа ла, миссиялары бер: ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу, ти Максим Забелин. Әле “Пчелка” ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан, туғандары һәм яҡындары менән ваҡытын үткәрә. Оҙаҡламай йәнә алғы һыҙыҡҡа йүнәлергә ниәтләй. “Яугирҙәребеҙҙең сәләмәтлеге һәм ғүмере һағында торған медицина хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ә “Пчелка” ға уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек һәм иҫән-һау өйгә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ”,– тип яҙған етәксе. Фото: Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелиндың telegram-каналы.