Аяҡ аҫтындағы аптеканы иғтибарға алып етмәйбеҙ шул. Бына бит күҙҙәрҙең күреү һәләтен һаҡлауға ябай ғына ысул. Йыйып эшләп ҡарайыҡ. Рәсимә һәм Мәсғүт Мотиғуллиндар рецепт менән бүлешә:"Беҙгә 62 йәш, уҡығанда ла күҙлек кеймәйбеҙ. Хатта күҙлектәр менән һатыу итеүсе ханым да беҙҙән ошо рецептты һорап алды. Бәрхәт гөлө (бархатцы) менән күҙҙе дауалап була. Сәскәнең таждарын йыйығыҙ, орлоҡ өлөшө кәрәкмәй. Таждарҙы бик ныҡ тығызламай бер литрлы банкаға тултырығыҙ. Шуға күмгәнсе ҡиммәтле, быяла һауыттағы “холодный отжим”лы зәйтүн майы һалығыҙ. Шуны өс аҙна ҡараңғы урында тотоғоҙ. Көн һайын иртән, ас ҡарынға бер аш ҡалағы эсергә кәрәк", - тигәндәр. Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Фото: sad6sotok.ru Сығанаҡ: Әбйәлил ветерандары төркөмөнән