Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Баймак үзбәгенең мажаралары

Рафиҡ ХӘСӘНОВ. ВАХТА МӘҘӘКТӘРЕ Переноска эшләмәгәс,күрше вагончикка индем дә:— Извините, у вас лишней переноски не будет? - тинем руссалап, ҡабырғаһы менән яңғыҙы ғына ултырған 55 йәштәр тирәһендәге ағайға. Ул миңә бер һирпелеп кенә ҡараны ла күкле-йәшелле сәрелдәк тауыш менән саф башҡортса: — Әпсәңдең т...те! Миндә ниндәй переноска булһын! Ҡаҡшатты мынау үзбәкләр әй! Һорана ла йөрөйҙәр! Юҡ бер нәмә лә! - тине. Мин аптырап баҙап ҡалдым да көлә башланым. Был ағай: "Че ысмиесся?!" - ти асыулы итеп. Мәйтәм, ағай, мин бит башҡортмын, тим, көлә-көлә. Ахырҙа был ағайым үҙе көлә башланы. — Мин бит һине үзбәк икән тип уйланым, ҡустым! А-а-а-а-ай! Ғәфү ит бер үк! Хаталыҡ сыҡты бит! Анау халыҡ балаларын әйтәм, инструминт һорап тик йөрөйләр! Бер нәмәләре лә юҡ үҙҙәренең. Переноска кәрәкме ни?Пажалыста, ана ята, - ти. Мәйтәм, ағай, улайтып халыҡ айырма инде, тигән булдым, проводты ҡулыма урай-урай. Һуңынан, мине күргән һайын: "Әй! Һаумы, Баймаҡ үзбәге!" - тиер ине, башҡортҡа хас булған киң йылмайыуы менән. Сығанаҡ: https://vk.com/abdrafik79?w=wall442536219_7401%2Fall Фото: https://vk.com/abdrafik79