Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сөгөлдөр һуты ангинаны ике көндә бөтөрә

Баҡсала үҫкән иң ябай, талымһыҙ йәшелсәләрҙең береһе ул - сөгөлдөр. Ә үҙе витаминдарға, файҙалы матдәләргә шул тиклем бай! Ҡыҙыл сөгөлдөр аҙ ҡанлылыҡты иҫкәртә, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй, эс ҡатыуҙан аралай. Халыҡ медицинаһы менән ҡыҙыҡһыныусылар сөгөлдөрҙөң ангинаны, башҡа төрлө тамаҡ шешеүгә бәйле осраҡтарҙы һөҙөмтәле дауалауын яҡшы белә. Мәҫәлән, ангина осрағында ошо рецепт ныҡ тәьҫирле: бер стакан ҡыҙыл сөгөлдөр һутына бер аш ҡалағы 9 процентлы аш һеркәһе һалып болғатып, көнөнә 5-6 тапҡыр тамағығыҙҙы сайҡатығыҙ. Әгәр һут һыҡҡысығыҙ булмаһа, сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, марля аша һығығыҙ. Һутты эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә, (был осраҡта аш һеркәһе һалмаҫҡа). Һут эшләү мәшәҡәт тиһәгеҙ, сей сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, салат итеп ашағыҙ. Тәм өсөн күңелегеҙгә ятҡан еләк-емеш - алма, ҡара емеш, күрәгә, сәтләүек өҫтәргә мөмкин. Бындай салатты даими рәүештә ашау тамаҡ шешеүҙе иҫкәртә, иммунитетты нығыта. Фото: vk.com/ekosemya