Екатернбург ҡалаһында уҙғарылған "Иннопром-2024" форумында, 2023 йылға ҡарата, Рәсәй субъекттарында сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләренең рейтинг йомғаҡтарын иғлан иттеләр. Шул шатлыҡлы, Башҡортостан был тәңгәлдә тағы ла беренсе урынға сыҡҡан! Билдәле булыуынса, сәнәғәте үҫтереү мәсьәләһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың даими иғтибар үҙәгендә. Әйткәндәй, Радий Фәрит улы сәнәғәт темаһына тәрән үтеп ингән, производстволағы етәкселәрҙең барыһын да таный һәм белә, әгәр ҙә инде берәй сетерекле мәсьәлә килеп сыҡһа, уның буйынса һәр береһе менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә. Республика етәксеһе тарафынан эре корпорациялар ҡатнашлығында беҙҙә үткәрелгән "Сәнәғәт сәғәте", "Инвестиция сәғәте", даими уҙғарылған ведомство-ара комиссия ултырыштары тураһында ғына һүҙ бармай, әлбиттә. Радий Хәбиров, ул тормошҡа ашырылғанға хәтлем, проекттарҙың бөтәһен дә күҙәтеүе аҫтына алған. Һүҙ ҙә юҡ, комплекслы һәм эҙмә-эҙлекле алып барылған эштәр һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Ысынлап та, Башҡортостандың беренсе баҫҡысҡа күтәрелеүе - беҙҙә сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәле бойомға ашырылыуына дәлил. Уйлап ҡараһаң, илебеҙҙә төбәктәр араһында ҙур конкуренция дауам итә. Сәнәғәт сәйәсәте һәм ошо тармаҡ менән нимә бәйләнгән, ул бөтәһе өсөн дә мөһим һанала. Шуныһы, бигерәк тә ҡаты санкция шарттарында, көслө баҫым ваҡытында лидер булыу үтә ауыр. Башҡортостанға, юғары рейтингка күтәрелеүҙән айырмалы, ошо кимәлде һаҡлау ҡалыуҙың күпкә ҡыйын икәнен дә яҡшы аңлайбыҙ. Шулай ҙа Башҡортостан ни өсөн алдынғы? Республикабыҙҙа сәнәғәт сәйәсәтен бер нисә йүнәлештә алып барыла. Беренсенән, дәүләт предприятиеларға ҙур ярҙам күрһәтә. Ошо предприятиеларға кредиттарҙы реструктуризациялау һәм яңынан займдар алыу өсөн гарантия бар. Улар сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар ала. Икенсенән, ҙур предприятиелар менән туранан-тура эшләү яҡшы һөҙөмтә бирә. "Сәнәғәт сәғәте", ведомство-ара комиссия ултырыштары һәм эшсе төркөмдәр ойошторған һөйләшеүҙәр тик файҙаға ғына. "Ростех", "Газпром", "Урал тау-байыҡтырыу компанияһы, "Башнефть", "Сода" кеүек ҙур предприятиелар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү һәр йәһәттән дә отошло. Улар менән бергә төрлө йүнәлештә мәсьәләләр һәр ваҡыт ыңғай хәл ителә. Инфраструктураны үҫтереүҙән алып предприятиеларҙың сәнәғәт кооперацияларының эшмәкәрлеген көйләүгә хәтлем эштәрҙе юлға һалыу - шуға асыҡ миҫал. Өсөнсөнән, предприятиелар кооперациялары өсөн майҙансыҡтарҙы булдырыу һәм үҫтереү яйға һалынған. Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымы нигеҙендә өр-яңы ун технопарк төҙөргә уйлайҙар. Көптән түгел Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев сығыш яһаны. Александр Николаевичтың Екатеринбург ҡалаһында үткән "Иннопром-2024" халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыуы күпте һөйләй. Бынан тыш, Башҡортостанда, Үзбәкстан Республикаһының өлгөһөнә эйәреп, технопарк төҙөү, республикабыҙ етәкселегенең эш планына ингән. Министр әйтеүенсә, бының өсөн 167 гектар майҙанды биләгән майҙан һайланған. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда бөтәһе 19 технопарк, 12 индустриаль парк һәм бер "Алға" махсус иҡтисади зонаһы иҫәпләнә. Уларҙа бөтәһе 170 тирәһе резидент эшмәкәрлеген йәйелдергән. 2022–2023 йылдарҙа Туймазы ҡалаһында "Мастер" тигән Туймазы сәнәғәт технопаркы төҙөү проекты хупланған. Унда тағылма техника етештереләсәк һәм 500-ҙән ашыу кешегә эш урыны булдырыласаҡ. Шулай уҡ "Радиоэлектрон технопаркы PB-1" технопарк төҙөү буйынса проект тормошҡа ашырыласаҡ. Шуныһы, ул федераль яҡтан финансланасаҡ, уға бер миллиард һумдан ашыу аҡса һалынасаҡ. Дүртенсенән, беҙҙәге Сәнәғәтте үҫтереү фонды нығытыла. Ул иһә федераль рейтингта – лидер! 2019–2023 йылдар арауығында сәнәғәт производствоһының үҫеше 19,6 процент тәшкил иткән (Рәсәйҙә – 12 процент, ә Волга буйы федераль округында – 16,8 процент). Уға тиклемге йылға ҡарата 2023 йылда сәнәғәт производствоһының индексы 106,5 процент тәшкил иткән. Был дөйөм Рәсәй күрһәткесенән өс процентҡа юғары. Тағы шуныһы, 2024 йылдың ғинуар - май айҙарында сәнәғәт етештереү индексы 107,4 процент тәшкил иткән (үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырыла). Башҡортостанда һәр йәһәттән дә дәүләт ярҙамы көслө, республикабыҙҙағы тәжрибәне Рәсәйҙең бүтән субъекттары өйрәнә һәм эштәрендә әүҙем ҡуллана. Әйтеүебеҙсә, республикабыҙҙа Сәнәғәтте үҫтереү фондының эше яҡшы көйләнгән. Шулай уҡ бихисап инвестиция проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла. Йәнә Башҡортостан сәнәғәт кластерҙарын төҙөүҙә алдынғылыҡты бирмәй. Һәм, әлбиттә, Башҡортостанда сәнәғәт тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү яҡшы хәл ителгән. Рөстәм КАМАЛОВ, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты Өфө филиалының "Иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг" кафедраһы доценты: – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башлыҡ вазифаһында эшләй башлағандан алып сәнәғәт тармағында алға китеш күҙәтелде, улай ғына ла түгел, иҡтисадтың бөтә өлкәләрендә лә тик яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр башланды. Йылдам социаль-иҡтисади яҡтан үҫешкән территорияларҙың барлыҡҡа килеүе, Ишембай районындағы "Алға" махсус иҡтисади зонаһының булдырылыуы - барыһы ла, айырым алғанда, сәнәғәттең, дөйөм һөйләгәндә, иҡтисад тармағының көслө үҫешенә, бейеклектәр яулауына туранан-тура килтерҙе лә инде. Әлбиттә, Радий Фәрит улының сәнәғәтте яҡшы аңлауы, иҡтисадты тәрәндән белеүе – республикабыҙҙа сәнәғәт сәйәсәтен бик уңышлы тормошҡа ашырыуға килтерә. "Инвестиция сәғәте" уҙғарыу һәр йәһәттән дә отошло булды. Унда хатта сиселмәҫтәй тойолған мәсьәләләр ҙә хәл ителә. Хәҙер бит республикабыҙҙың райондарында бизнес-шәрифтар барлыҡҡа килде. Уларҙың эшмәкәрлеге яҡшы көйләнгән, һәр береһе сәнәғәт сәйәсәтенең уңышлы киләсәгенә тос өлөш индерә. Фото: "Башинформ".