Бөгөн төндә Татарстандың Аҡтаныш районында М-7 “Волга” трассаһында ҡот осҡос авария була. Юлдың был участкаһында ремонт эштәре барған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Kia автомобиленың 36 йәшлек водителе хәүефһеҙ тиҙлек һайламаған һәм юлдың икенсе һыҙатына күскән саҡта юл сикләгесенә барып бәрелгән. Бынан һуң ул ҡаршы һыҙатҡа барып сыҡҡан һәм MAN йөк машинаһына килеп төкөгән. Был турала Дәүләт автоинспекцияһының Татарстан буйынса матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәрелеш бик көслө була. Урында һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡай йән бирә. Дауаханаға алып китеп барған саҡта ҡыҙыҡайҙың атаһының - водителдең ғүмере өҙөлә. Әсә кеше, уларҙың ике һәм 12 йәшлек балалары йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Асыҡланыуынса, Яр Саллы табиптары балаларҙы санитар авиация ярҙамында республика клиник дауаханаһына алып барған. Уларҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Әсәләре Яр Саллы ҡалаһы дауаханаһында, реанимацияла. Ҡатын әле үҙ аңында һәм үҙе тын ала, хәле насарланмаһа, палатаға күсерәсәктәр. Билдәле булыуынса, машинала Өфөнән күп балалы ғаилә китеп барған була. Уларҙы белгән ҡатын түбәндәгеләрҙе һөйләгән: “Миңә билдәле булыуынса, Өфөнән ике ғаилә машинала Ҡазанға юлланған. Һәм ошо бәлә булды. Күп балалы, өлгөлө ғаилә. Бер насар һүҙ ҙә әйтә алмайым. Һәләк булған ҡыҙ менән атайҙары ныҡ йәл. Моғайын, ул алғы ултырғыста ултырғандыр. Әсәләре әле һаман реанимацияла”. Әле ваҡиға сәбәптәрен полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлай. Урындағы прокуратура юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен процессуаль тикшереү башлаған һәм тикшереү барышын үҙ контроленә алған. Фото: ГАИ.