Кисә Силәбе өлкәһендә М-5 “Урал” трассаһында үлемесле авария теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда Башҡортостан кешеләре һәләк булған. Хәбәр ителеүенсә, SsangYong автомобиленең 39 йәшлек водителе ямғыр яуған ваҡытта ҡапыл борола һәм машинаға идараны юғалта. Был хата бик аяныслы эҙемтәгә килтерә – автомобиль Scania йөк машинаһына барып бәрелә. Аварияның эҙемтәләре бик насар: урында водитель һәм уның 13 йәшлек ҡыҙы һәләк була. “Уларҙың икеһе лә хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктәрегән була, әммә ҙур машинаға бәрелеү уларға иҫән ҡалыу мөмкинлеге ҡалдырмай”, – ти юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре. Билдәле булыуынса, аталы-ҡыҙлы үҙҙәренең тыуған ҡалаһы Нефтекамаға ҡайтып барған. Уларҙы иртәгә, 22 июндә ерләйәсәктәр. Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: Силәбе өлкәһе буйынса Дәүләт автоинспекцияһы.