21 июндә Өфөлә мәктәпкәсә учреждениеларҙа эшләгән йәш педагогтарға Башҡортостан Башлығы грантын алыуға тәүге конкурс еңеүселәренә сертификаттар тапшырылды. Балалар баҡсалары тәрбиәселәрен төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡотланы. - Башҡортостан – илдә бындай ярҙам алған берҙән-бер төбәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Бөгөн залда мәктәпкәсә белем биреүҙең иҫ киткес шәп белгестәре йыйылған. Һеҙ барығыҙ ҙа - балалар баҡсаларында эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар биреү буйынса беренсе конкурс еңеүселәре. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтендә былтыр, Остаз һәм педагог йылында, ҡарар ҡабул ителгәйне. Һеҙ йәмғиәт һәм ил өсөн бик мөһим эшкә – республиканың иң йәш халҡы хаҡында хәстәрлек күреүгә ғүмерегеҙҙе бағышлағанһығыҙ. Был конкурста еңеү һеҙҙең оҫталығығыҙҙы һәм һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙҙо раҫлай. Йыл һайын республикала яңы балалар баҡсалары төҙөлә һәм асыла, элекке мәктәпкәсә учреждениелар тәртипкә килтерелә, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. Төбәк етәксеһе йәш педагогтарҙың эше өсөн рәхмәт әйтте һәм һөнәрҙәрендә уңыштар теләне: - Башҡортостандың мәктәпкәсә ойошмалары «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Һуңғы биш йылда 36 балалар баҡсаһы грант конкурстарында еңеүсе булды һәм шул иҫәптән федераль бюджеттан 180 миллион һум самаһы аҡса алды, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Барыбыҙҙың да балалары бар һәм беҙ һеҙҙең эшегеҙҙең ни тиклем әһәмиәтле һәм мөһим икәнен яҡшы беләбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар һеҙгә! Конкурста республиканың 42 муниципалитетынан йәмғеһе 151 йәш педагог ҡатнашты. 50 кеше еңеүсе булһа, шуларҙың 28-е - тәрбиәсе, дүртәүһе өлкән тәрбиәсе, дүрте физик культура буйынса инструктор, алтауһы музыкаль етәксе, өсәүһе педагог-психолог һәм бишәүһе уҡытыусы-логопед. Грант суммаһы - 500 мең һум. Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, 2024 йылдың аҙағына тиклем был конкурста ҡатнашыусы тағы 25 кеше грант ярҙамына сертификат аласаҡ. Фото һәм сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/179789.html
Балалар баҡсалары тәрбиәселәренә сертификаттар тапшырылды
21 июня 202421 июн 2024
1 мин