Найти тему
Башҡортостан гәзите

Силәбе эшҡыуарҙары ла ҡатнашты

– Силбе өлкәһенең бизнес вәкилдәре илһөйәр рухлылар, улар өсөн башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫы бик яҡын һәм айырым әһәмиәткә эйә. Бынан тыш, Силәбе эшҡыуарҙарына Башҡортостандағы коллегаларының тәжрибәһен, айырыуса туристик йүнәлештәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу алымдарын өйрәнеү, яңы бәйләнештәр булдырыу һәм партнерҙар табыу файҙалы булды. Шуны билдәләп үткем килә: Арғаяш һәм Ҡонашаҡ районарында эшҡыуарҙар милли йүнәлештәге туристик проекттарҙы тормошҡа ашыра башлаған да инде, – тине Әлфир Байымов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат Юлаевтың 270 йыллығына арналған саралар бихисап булды. «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы, «Аҡбуҙат» ат сабышы, милли спорт төрҙәре буйынса турнирҙар һәм башҡа бик күп ярыштар – уларҙың бер өлөшө генә. Тантаналы шарттарҙа «Янғантау» геопаркы биләмәһендә «Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексын асыу тарихи ваҡиғаға әүерелде. Фото: Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге.