Поезд вагонына ир ҡорона ингән улы менән атаһы инә. Урындарына ултырғас та, поезд ҡуҙғала. Улы тәҙрә эргәһенә урынлаша ла:
— Атай! Ҡара, ағастар йәм-йәшел! Үләндәр ҙә бар! — тип бөтә вагонға яу һала.
Атаһы яуапҡа йылмая ғына. Улы тәҙрәнән күҙен алмай артабан да ҡысҡырып хәбәр һөйләй:
— Сәскәләр! Яланда сәскәләр үҫә! Атай, ҡара!..
Вагондағы башҡа пассажирҙар ирҙең бала һымаҡ ҡыланыуына сәйерһенеп ҡарай. Ә ул һаман ҡысҡыра:
— Ямғыр күҙе төшә! Атай, ямғыр яуа!
Пассажирҙарҙың береһе, был күренешкә аптырап ҡарағандан һуң, йылмайып тик ултырған атай кешегә ипләп кенә:
— Улығыҙҙы берәй белгескә күрһәтергә кәрәк. Клиникаға барығыҙ, — тип кәңәш бирә.
— Ә беҙ клиниканан ҡайтып барабыҙ, — тип яуап ҡайтара атай кеше. — Күҙҙәренә операция яһаттыҡ, ниһайәт, күрә башланы...
КЕШЕНЕҢ ҠИӘФӘТЕНӘ, ТОТОШОНА ҠАРАП ҠЫНА УҒА БАҺА, КӘҢӘШ БИРЕРГӘ АШЫҠМАҒЫҘ! БАШҠАНЫҢ ТОРМОШОНДА, КҮҢЕЛЕНДӘ НИҘӘР БАРҒАНЫН КЕМ БЕЛӘ? БЕР-БЕРЕБЕҘГӘ МИҺЫРБАНЛЫ БУЛЫРҒА, АҢЛАУ МЕНӘН ҠАРАРҒА ЫНТЫЛАЙЫҠ!
Фото: <a href="https://ru.freepik.com/free-photo
КӘҢӘШ БИРЕРГӘ АШЫҠМА
Около минуты
43 прочтения
13 июня