Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сәғит ағай 103 биҙрә картуф сәскән

Төрлө миҙгел эштәре мәлендә халыҡ үҙенсә төрлөсә мәрәкәләр уйлап сығарырға ярата. Бына, мәҫәлән, картуф сәсеүгә бәйле лә ҡыҙыҡлы видеояҙмалар таралды. Берәү 53 биҙрә картуф сәстем тип видеоға төшһә, Баймаҡ районының Алғаҙы ауылынан Сәғит ағай яңғыҙы 103 биҙрә картуф сәсеп, уны уҙҙырып ебәргән. Әлбиттә, ир-егеттәрҙең был видеояҙмалары шаяртыу, кешенең күңелен күтәреп ебәреү өсөн генә төшөрөлгән. Ә бына Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылынан бер нисә тиҫтә йылдар элек үк меңәр биҙрә картуф үҫтереп алған йүнсел кешеләр тураһында иҫтәлеге менән уртаҡлашты. “Армияла полк мәктәбендә уҡығанда Ҡыйғы районының Дүшәнбикә ауылы егете булды. Көҙ өйөнән хат килгәс, ҡайғыра был малай, – 800 биҙрә генә бәрәңге алғандар, әти менән әни нисек йәшәй инде? - ти. Башҡа ваҡытта күпме уңыш алыуҙары менән ҡыҙыҡһынғайным, меңдән ашыу, ти. – Беҙ 100-120 күнәк алһаҡ, етә, – тигән инем, – Бәтәс, нисек үлми йәшисез? – тимәһенме. Мең биҙрәнән ашыу картуфты ашап бөтөү, бөтмәүҙәре менән ҡыҙыҡһынғайным, “Уны ашап бөтөрөргә без сыермы ни, сатабыз!” – ти. Мин дә уның яуабына “Бәтәс” тип кенә ҡуйҙым.