Бөгөн республиканың байтаҡ райондарында һабантуйҙар гөрләй. Хәйбуллалар ҙа яҙғы сәсеү тамамланыуға, ауыл хужалығы эшсәндәрен данлауға арналған халыҡ байрамында мәж килә. Йола буйынса, “Һабантуй-2024” байрағын күтәреү хоҡуғы хеҙмәт алдынғыларына – быйыл крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Сергей Лоскутовҡа һәм Юрий Погорелов крәҫтиән (фермер) хужалығы механизаторы Данис Ҡунаҡасовҡа бирелде. Район хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй һәм Башҡортостандың Рәхмәт хаттарын, аҡсалата бүләктәр тапшырҙы. Быйыл һабантуйҙың төп ҡунаҡтары - махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр булды. Рөстәм Динислам улы уларҙың араһынан дүртәүгә генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы, илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләне. Яугирҙәр һуғыш яланынан ауыр тойғоларынан бер аҙға булһа ла арынды, тыуған төбәгендә үткән һабантуй байрамында дуҫтарын, туғандарын осратты, йәш быуын менән аралашты, тирмәлә махсус әҙерләнгән милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, йәндәренә, тәндәренә ял алды. Киләһе һабантуйҙарҙы илдең тыныслығында үткәрергә яҙһын, тигән теләктә ҡалды барыһы ла. Ошо уҡ көндә МХО-лағы яугирҙәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуына ҡорбан салынды, аяттар бағышланды. Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре" һәм "Хайбуллинский вестник" гәзиттәренән.