Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан менән Үзбәкстан ҙур проектты тормошҡа ашырырға ниәтләнә

Делегацияны Үзбәкстан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев етәкләне. Көн тәртибендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү сиктәрендә берлектәге проекттарҙы булдырыу мәсьәләһе ҡаралды. Радий Хәбиров Үзбәкстан етәкселегенә 2024 йылдың майында Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәре советы ултырышында Башҡортостан делегацияһын ҡабул иткәне, шулай уҡ Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға конструктив ҡарашы өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙ Үзбәкстан менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр булдырыуҙы дауам итәбеҙ һәм Совет сиктәрендә, шулай уҡ сит ил делегацияларының Башҡортостанға һуңғы сәфәрҙәре барышында әҙерләнгән килешеүҙәрҙе тормошҡа ашыра башланыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Башланғыстар иҫәбендә – тауар әйләнешен арттырыу, сәнәғәт кооперацияһын булдырыу. Шулай уҡ Башҡортостан мөһим булған һөнәрҙәр буйынса кадрҙар әҙерләү өсөн Үзбәкстан биләмәһендә профессиональ уҡыу йорттарының филиалдарын асырға әҙер. Иң ҙур проекттарҙың береһе – Ташкент өлкәһендә Башҡортостан менән берлектә технопарк төҙөү. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, буласаҡ технопарк биләмәһендә эшләү өсөн төрлө тармаҡтарҙағы бер нисә потенциаль резидент-компаниялар ҡыҙыҡһыныу белдергән дә инде. – Беҙ Ташкент өлкәһе етәкселеге менән 2024 йылдың июнь аҙағына тиклем технопарк төҙөү өсөн майҙансыҡ һайлап алырға һәм был проектты тормошҡа ашырыуҙың финанс-иҡтисади моделен әҙерләргә һөйләштек, – тине Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru