Унда министр Башҡортостан Рәсәйҙең индустриаль үҫеш локомотивтарының береһе булыуын билдәләп үтте. – Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Республикаға һәм Башҡортостан биләмәһендә эшләгән етештереүселәргә ярҙам итеү менән ҡыҙыҡһына, – тип белдерҙе Антон Алиханов. – Илдең технологик суверенитетын формалаштырыу йәһәтенән Рәсәй Президенты ҡуйған бурыстарҙы бергәләп хәл итәсәкбеҙ. Радий Хәбиров күптән түгел министр вазифаһына тәғәйенләнгән Антон Алихановты ҡотланы һәм республикабыҙҙағы мөмкинлектәр менән танышыр өсөн Башҡортостанға саҡырҙы. Осрашыуҙа иҡтисадтың индустриаль секторын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Улар иҫәбендә – производстволарҙы, шул иҫәптән оборона продукцияһын сығарғандарҙы кадрҙар менән тәьмин итеү. – Һәр предприятие менән диалог булдырылған. Урта профессиональ белем биреү учреждениеларының бөтә системаһын тиерлек талап ителгән кадрҙар әҙерләүгә көйләнеләр. Ошо йүнәлештә лә беҙ Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән тәжрибә уртаҡлаша алыр инек, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – “Профессионалитет” федераль мәғариф проектында әүҙем ҡатнашабыҙ. Шулай уҡ оҫтаханаларҙы, уҡыу корпустарын, колледждарҙың ятаҡтарын ремонтлауға төбәк бюджетынан аҡса бүләбеҙ. Предприятиелар заказы буйынса теге йәки был һөнәрҙәр буйынса әҙерлекте үҫтерәбеҙ. Беҙҙә 10 самаһы колледж алдынғы сәнәғәт предприятиеларына беркетелгән. Преференциаль майҙансыҡтарҙы, атап әйткәндә, “Алға” айырым иҡтисади зонаһын, сәнәғәт һәм технопарктарҙы үҫтереүгә, шулай уҡ кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүленә. Бынан тыш, Радий Хәбиров республика программаларының индустриаль тармаҡтарға, шул иҫәптән еңел сәнәғәткә, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтенә булышлыҡ итеү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең мөһим ролен билдәләне. Фото: glavarb.ru