Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡымыҙ – батырҙар эсемлеге

Ҡымыҙҙың өҫтөнлөктәре ғәйәт күп. Мәҫәлән, ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы ҡуҙғығанда тынысландыра, аш һеңдереү ағзаларында, тын юлында, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында сирҙәр күҙәтелгәндә алмаштырғыһыҙ дауа. Ҡымыҙҙың организмға тәь­ҫире ҡатмар­лы һәм күп яҡлы. Дөрөҫ ҡулланғанда ҡы­мыҙҙың файҙаһы бик күп. Ҡайһы бер­ҙә­рен генә күрһәтәйек: бөтәһе­нән элек ҡы­мыҙ бик туҡлыҡлы. Организмдың тиҙ үҙ­ләштереүе йәһәтенән ул башҡа бөтә һөт ризыҡтары араһында иң беренсе урын­да тора. Бынан тыш, ҡымыҙ аҙыҡтың яҡ­шы үҙләштерелеүенә ярҙам итә, аш һең­дереүҙе яҡшырта, аппетитты арттыра. Ҡымыҙҙа организмды ны­ғытыу өсөн кәрәкле булған С витаминының күп булыуын һәм был яҡтан ҡымыҙҙың әфлисун, лимон кеүек емештәргә тиң икәнен бил­дәләргә кәрәк. Ул хәлһеҙләнгән орга­низмға көс өҫтәй. Ҡымыҙ менән дауалан­ғанда тотош организм нығый, мускулдар­ҙың көсө арта. Ҡымыҙҙың ҡан составына яҡ­шы тәьҫир итеүе, организмда матдәләр алмашыныу эш­мә­кәрлеген яҡшыртыуы, нервылар системаһын сыныҡ­ты­рыуы тураһында мәғлүмәттәр бар. Һуңғы йылдарҙа ғалимдар ҡымыҙҙың иммунитетты нығы­тыуын, ир-аттың ирлек ҡеүәтен көсәйтеүен дә иҫбатланы, был иһә уның “тере эсемлек” булыуына бәйле. Биоәүҙем матдәләргә, В, РВ, С, А, Е төр­көмө витаминдарына бай. Күреүебеҙсә, батырҙар эсемлеге тигән даны юҡҡа түгел. Әле һәр районда ҡымыҙ етештереү­селәр үҙҙәренең тәмле, шифалы эсемле­ген тәҡдим итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡы­мыҙға һыу ҡушып һатыусылар ҙа осрай. Ҡымыҙ алғанда уны тәмләп алығыҙ. Ә ҡымыҙ етештереүселәргә шуны теләр инек: халҡыбыҙҙың милли эсемлеге бул­ған ҡымыҙҙың сифатлыһын ғына тәҡдим итһендәр. Ул сағында клиенттар һеҙҙе үҙҙәре эҙләп табыр. Фото: асыҡ сығанаҡтан