Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Беҙ ҡайтырбыҙ! Еңеү менән”

Балтас районынан махсус хәрби операцияға саҡырылған “Абдулла повар” позывнойлы яугир бына ике йыл инде алғы һыҙыҡта. Яңыраҡ ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты, тип хәбәр итә “Балтач таңнары”. –Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй инем. Ғаиләм бар, үҫмер улыбыҙҙы үҫтерәбеҙ. Ҡустым махсус хәрби операцияға саҡырылды. Байтаҡ иптәштәрем, дуҫтарым да алғы һыҙыҡта булғас, мин дә улар янында булырға тейешмен, тип уйланым. Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм. Әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайттым, – ти егет. “Абдулла повар”ға 35 йәш. Армия хеҙмәтен Мәскәү өлкәһендә Һауа-хәрби көстәре ғәскәрҙәрендә, хәрби әҙерлекте Һарытау ҡалаһында үткән. Махсус хәрби операция зонаһында яҡташыбыҙ десант-штурмлау бригадаһында уҡсы сифатында хеҙмәт итә. Һуғышта юғалтҡан дуҫтары, яҡташтары өсөн һалдаттың күңеле әрней. “Балаларыбыҙға беҙҙең өлөшкә төшкән кисерештәрҙе баштарынан үткәрергә яҙмаһын, һәр кем тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәһен. Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ, Алла бойорһа. Хәрби бурысыбыҙҙы намыҫ менән үтәү өсөн бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ!”– ти яугир. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: https://baltachtan.ru/news/novosti/2024-06-13/bez-i-bel-n-kaytyrbyz-3808090?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580