Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уларҙың һөйөүе барыһына ла етә!

Ғаилә йылында республиканың иң яҡшы ғаиләләре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Шуларҙың береһе - Әлфиә һәм Рәсил Сәйфуллиндар - Ҡырмыҫҡалы районында йәшәй. Ғаилә башлығы Рәсил Рәйес улы “Дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентарлаштырыу” Ҡырмыҫҡалы участкаһының төп белгес-геодезисы. 2013, 2014, 2015 һәм 2021 йылдарҙа “Һөнәре буйынса иң яҡшы” профессиональ оҫталыҡ конкурсында еңеүсе булған. Әлфиә Мөҙәрис ҡыҙы элек балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй. Уңың әүҙем ҡатнашлығында Сәхәй, Һәүәләй һәм Олокүл ауылдарында туғыҙ төркөмдө асырға һәм ремонтларға тура килә. 2015 йылда “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһе менән наградлайҙар. Әле ул йорттарында кескәй балаларын тәрбиәләй. Ирле-ҡатынлы Сәйфуллиндар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Динислам – Санкт –Петербургтағы мәғлүмәт технологиялары, механика һәм оптика милли тикшеренеү университеты студенты. Диана – Өфө медицина колледжында, Дилә беренсе класта уҡый. Кескәйҙәре Данис әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Ата-әсә балаларын төрлө яҡтан үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Иң мөһиме, уларҙа изгелек, ярҙамсыллыҡ, кешелеклек сифаттарын тәрбиәләйҙәр. Балаларын лайыҡлы тәрбиәләгән өсөн Әлфиә һәм Рәсил Сәйфуллиндарҙы “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалы менән наградланылар. Бындай татыу, ныҡлы ғаиләләр - барыбыҙ өсөн дә өлгө. Уларға һаулыҡ, бәхет насип булһын! Фото: https://vk.com/mintrudrb