Баш ҡалабыҙҙа башланған Китап байрамының тәүге көнөндәге иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе республика Шәжәрә байрамының “Ғаиләм – минең ҡәлғәм” конкурсы булғанына шик юҡ. Китап йәрминкәһе саралары рәтендә ойошторолған сағыу сара Совет майҙанына килгән бихисап халыҡты ылыҡтырҙы. Күркәм ғаиләләр сығыштарын республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡ вәкилдәре, йәше лә, ҡарты ла берҙәй ҡыҙыҡһынып күҙәтте, йылы алҡыштарға күмде. Быйылғы Шәжәрә байрамы илебеҙҙә барған Ғаилә йылына арнала. Йомғаҡлау конкурсы сараһы М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Аҡмулла сәхнәһендә булды. “Ғаиләм – минең ҡәлғәм” конкурсында ҡатнашҡан 45 ғаиләнең һигеҙе бөгөнгө йомғаҡлау этабына үткән һәм улар баһалама ағзаларын ғына түгел, ә тамашасыларҙы ла айырыуса дәртле, сағыу, ҡайһы берҙәре хатта ярһыу сығыштары менән һоҡландырҙы. Сараны ҡарарға йыйылған тамашасы үткән йылдарҙағы конкурс лауреаттарының шәжәрәһе менән дә таныша алды. Конкурста ҡатнашыусыларҙың ҡайһылары ғаилә йолаларын театрлаштырылған тамаша итеп күрһәтте, икенселәре бишек йыры йырлап ишеттерҙе, өсөнсөләре яратҡан сәнғәт жанрында ғаилә концерт номерын күрһәтте. Мәсетле районынан биш ағай һәм бер һеңле, уларҙың ғаиләләренән торған Хафизовтар, Баҡалы районына Такашовтар, Иглин районынан Тоҡомбәтовтар, Шаран районынан Ғәлиевтар, Стәрлетамаҡтан Илнур менән Фәйрүзә Сәлимгәрәевтар, Ырымбур өлкәһе Александровка районының Иҫәнгилде ауылынан 17 бала тәрбиәләгән Сарбаевтар, Балтас районынан бөтә республикаға билдәле, 13 бала тәрбиәләгән Альбина менән Винер Хәйҙәршиндар, Асҡын районынан Земфира менән Рауил Сәлимгәрәевтәрҙең ғаилә төркөмдәре сығышы береһенән-береһе һоҡланғысыраҡ ине. Ике сәғәтлек тамашаны Китап байрамына килгән бер төркәм халыҡ йотлоғоп ҡараны. Еңеүселәрҙең исеме иртәгә, Китап байрамының икенсе көнөндә, конкурстың Гала-концертында билдәле була. Гөлсәсәк САЛАМАТОВА, конкурс тамашаһы сценарийының авторы: - Конкурста ҡатнашҡан ғаиләләргә ҡарап һоҡланам. Күмәк, татыу ғаиләлә үҫкән балалар көслө, маҡсатына ирешеүсән була. Бала баҡҡан ғаиләнең ҡәлғәһе ныҡ. Улар ел-дауылдарға ла, ямғыр-бурандарға ла бирешмәй. Ғаиләләрҙең сығыштары бик матур, йәкмәткеле булды. Иңдәр араһынан иңдәрҙе һайлап, еңеүселәрҙе билдәләү баһалама ағзаларына еңел булмаҫтыр. Зөфәр ҒӘТИӘТУЛЛИН, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе: - Сығыштарҙан бик ҡәнәғәт ҡалдым. Ғаиләләр бөтәһе лә ныҡ әҙерләнгәне күренә, шәжәрә төҙөүгә лә яуаплы ҡарағандар, архив материалдары ҡулланылған. Шәжәрә байрамының торған һайын киңерәк ҡолас ала барыуы ҡыуандыра. Киләсәктә ул, бәлки, төрки халыҡтарҙың дөйөм байрамы итеп тә уҙғарылыр, кем белә. Был бик ҡыҙыҡлы булыр ине. Рәүилә Ғатауллина. Автор фотолары һәм видеоһы. (Видеояҙманы гәзитебеҙҙең төркөмөндә ҡарарға мөмкин).