Найти тему
Башҡортостан гәзите

Алдынғы предприятиелар стажировкаға көтә

Ул “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юғары уҡыу йорттарын һәм колледждарҙы тамамлаусылар өсөн стажировка алты айға тиклем дауам итә. Ә предприятиелар айына бер кешегә 28,8 мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡы түләүгә компенсация ала. – Стажировка үтеү һөҙөмтәһендә йәштәр практик тәжрибә аласаҡ, шулай уҡ үҙҙәрен квалификациялы белгестәр булараҡ таныта аласаҡ. Был, үҙ сиратында, артабанғы эшкә урынлашыуҙы еңеләйтә. Бынан тыш, йыл һайын стажировканан һуң йәштәрҙең 75 проценттан ашыуы даими эш урындарына урынлаша, – тип билдәләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Программаға ярашлы, микробиолог, дизайнер, технолог, ашнаҡсы, бухгалтер, юрист һәм башҡа йүнәлештәр буйынса стажировка үтергә мөмкин буласаҡ. Быйыл 365 сығарылыш студентын стажировкаға ебәреү күҙаллана. Рсепублика ошо маҡсаттарҙа 18,3 миллион һум аҡса бүләсәк. Программала ҡатнашыу өсөн сығарылыш студенттарына һәм эш биреүселәргә йәшәү урыны буйынса Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итергә йәки ”Рәсәй эше” порталында эш эҙләүсе булараҡ теркәлергә кәрәк. Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: bash.news

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц