Найти тему
Башҡортостан гәзите

Урмандар янмаһын өсөн

28 апрелдән 12 майға тиклем урман һағының көсәйтелгән төркөмдәре Башҡортостандың урман фонды биләмәһендә урман ҡануниәтен үтәүҙе контролдә тотоу өсөн рейдҡа сыҡты. Республиканың Урман хужалығы министрлығы урман фондында янғын сығыуға юл ҡуймау һәм тәбиғи янғындарҙан күрелгән зыянды кәметеү буйынса эште “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының маҡсатлы күрһәткестәренән сығып алып бара. Бындай сараларҙың иң мөһим бурыстарының береһе – халыҡҡа урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге, уларҙы боҙған өсөн яуаплылыҡ хаҡында мәғлүмәт биреү. Рейдтар барышында халыҡҡа янғынға ҡаршы тематикаға буклеттар таратыла. Рейдтар башлыса тораҡ пункттарға, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә, ағас әҙерләү эштәре уҙғарылған урындарға яҡын урман участкаларында, шулай уҡ республика халҡы һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял урындарында уҙғарылды. Урман һағы менән бергә иҫкәртеү рейдтарында полиция, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының территориаль бүлексәләре, урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ йәмәғәт инспекторҙары, казак йәмғиәттәре вәкилдәре һәм ирекмәндәр йәлеп ителде. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы.