“Спорт-Экспресс” гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөләге “Салауат Юлаев” хоккей командаһы баш тренеры Виктор Козловтың эш хаҡы күләме күрһәтелгән. Баҫма журналисы Михаил Зислис яҙған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, баш тренерҙың киләһе яңы миҙгелдә эш хаҡы 20 миллион һум тәшкил итәсәк. Виктор Козловҡа әле – 49 йәш. Ул ғүмеренең күп өлөшөн хоккейға арнаған. Уның менән килешеүҙе оҙайтыу тураһында рәсми рәүештә 2 майҙа иғлан иттеләр. Виктор Козлов “Салауат Юлаев” хоккей клубында 2020 йылдан эшләй. 2022 йылдан алып ул – юлаевсыларҙың баш тренеры. Виктор Козлов етәкселек иткән ваҡытта клуб ике тапҡыр плей-офҡа сыҡты, тик Гагарин кубогын яулай алманы. Ә баш тренер ҡасандыр үҙе “Салауат Юлаев” хоккей командаһында уйнағайны һәм Гагарин кубогын яулағайны. Әйткәндәй, хоккейсылар Григорий Панин һәм Евгений Бирюков Сергей Ғимаев исемендәге “Хоккейға тоғролоҡ өсөн” призына номинацияланды. Тәүге спортсы Континенталь хоккей 1000-се матчты үткәргән беренсе уйынсы тип танылған, икенсеһе ошондай уҡ матчты Рәсәй чемпионаттарында үткәргән. Фото: vk.com/idnikolaevich25?ysclid