Уны Вадим Емельяновҡа “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы. Ватанды һаҡлаусыға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән генерал Шайморатов исемендәге миҙал тапшырыу ҙа уның күңелендә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. “Эшебеҙҙең башынан уҡ тиерлек Вадим һәм әсәһе беҙҙең фонд ҡарамағында. Социаль координаторҙар тырышлығы менән Учалыла уға күп фатирлы йортта пандус ҡуйылған, техник реабилитация саралары һатып алынған, тейешле дарыуҙар менән тәьмин итеү ойошторолған. Әсәһен иһә тәүҙә сирле кешеләрҙе ҡараусыға уҡыттыҡ, ә артабан Социаль хеҙмәтләндереү үҙәге аша улын ҡарарға эшкә урынлаштырҙыҡ. Вадим инвалид булыуына ҡарамаҫтан, ул быйыл февраль айында автомобиль йөрөтөү хоҡуғына имтиханды уңышлы тапшырҙы. Тәрбиәләнеүселәребеҙҙең рух көсө һәм ныҡышмалылығы күптәр өсөн өлгө булып тора. Беҙҙең яугирҙәр республикабыҙ етәкселегенең, ”Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы социаль координаторҙарының тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белә”, – тине Гөлнур Ҡолһарина. Бөтә ерҙән дә йөрөй алған заманса коляска менән тәьмин итеү ”Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған. Фонд МХО-ла ҡатнашҡан мохтаж ветерандар өсөн федераль реабилитация саралары исемлегенә инмәгән техник реабилитация саралары исемлеген төҙөй һәм һатып ала. Фото: Учалинский информационный центр