Радик Тәлғәт улы етәкселек иткән Болошло ауыл биләмәһенә ете ауыл ҡарай: Болошло, Һарайлы, Яңы Бүләк, Иҫке Уҫман, Яңы Троицкий, Янбаҡты һәм Башбүләк. Административ үҙәге - Һарайлыла. Ауыл биләмәһендә бер меңдән ашыу кеше йәшәй. Тарихына күҙ һалғанда, Болошло ауыл советы 1935 йылда төҙөлә. 1963 йылға тиклем ул Шишмә районына ҡарай, ә райондарҙы ҙурайтыуға бәйле үҙгәрештәрҙән һуң, Благовар составына инә. Ауыл биләмәһендә "Болошло" аграр фирмаһы, Һарайлы ауылы мәктәбе, балалар баҡсаһы, Болошло ауыл мәҙәниәт йорто, ФАП, модель китапхана, Ҡәнзәфәр бей исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк эшләй. Болошлолар үҙ-ара татыу, берҙәм хеҙмәт менән ғүмер итә. Тыуған яҡтарының күркәмлеге, уңыштары өсөн көйгән, шуның өсөн тырышҡан ерһөйәрҙәр, әүҙемдәр күп. Ошондай уңғандар булғанда, ауыл хакимиәте башлығына ла таяныр кешеләр бар, афарин. Фотолар: ауыл хакимиәте архивынан.