Найти тему
Башҡортостан гәзите

13 йыл бер ғәйепһеҙ төрмәлә ултырған

13 йыл нахаҡҡа төрмәлә ултырған Фәтҡулла Исхаҡов исемен аҡлау, заяға үткән ғүмере өсөн күпмелер компенсация юллау өсөн һаман суд юлын тапай. Фәтхулла Исхаҡов 13 йыл сит кеше ҡылған енәйәт өсөн ултыра һәм 65 йыл үткәс кенә ғәҙеллек еңә. Шул ваҡыттан ул әхлаҡи зыянды ҡаплатыу өсөн көрәшә. Тәүге тапҡыр Өфөнөң Ленин районы суды 31 миллион һум түләргә тигән ҡарар сығарғас, Юғары суд был сумманы 2 миллион һумға төшөрә. Фәтхулла Исхаҡов кассацион жалобаға яҙған. ...64 йыл элек ҡатыны һәм ике йәшлек улы менән бергә яшәгән Фәтхулла Исхаҡовты Әлшәй районы Раевка ауылында ҡатын-ҡызҙарға һөжүм итеүҙә ғәйепләгәйнеләр. Суд, Фәтхулла Исхаҡовты үлтерергә маташыу буйынса енәйәт эше асып, 15 йылға хөкөм итә. 13 йылдан һуң, ул ваҡытынан алда иреккә сыға. Ә ысын енәйәтсе Наил исемле ауылдашы булып сыға – ул яуапһыҙ мөхәббәте өсөн үҙ өйөндә йоҡлап яткан ҡыҙға, шулай ук уның әсәһенә һәм ҡунаҡҡа килгән әхирәтенә сәнскән. 2012 йылда ғына ул ғәйебен таный һәм Ф. Исхаҡовтан ғәфү үтенә, ә бер йылдан һуң вафат була. Шул ваҡыттан бирле ғәйепһеҙгә хөкөм ителеп, төрмәлә ултырған пенсионер хөкөм ҡарарын ғәмәлдән сығарыу маҡсатында эш башлай, һәм судтың уны аҡлауына өлгәшелә... Исхаҡов һуңғы мөрәжәғәтендә уның эшен ҡарау бер ниндәй нигеҙһеҙ һуҙыла тип белдерә. Ул беренсе группа инвалиды, сит кеше ярҙамынан тыш хәрәкәт итә алмауы тураһында ла хәбәр итә. 6-сы кассацион судтың ҡарары менән килешмәй, ә ул ғәйепһеҙгә ултырған йылдар өсөн 6 миллион һум тәҡдим иткән. Был турала Өфө пенсионерының адвокаты белдерә. Юрист Виталий Буркин иһә, быны кешенән көлөү, тип атай һәм артабан судлашырға ниәттәре булыуын еткерә. Фото: асыҡ сығанаҡтан.