Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төп мәсьәләләр ҡаралды

Радий Хәбиров ХIV “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берекмәләре советы” ассоциацияһы съезында сығыш яһаны. 19 апрелдә Өфөләге “Торатау” конгресс-холлында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IV “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берекмәләре советы” ассоциацияһы съезының пленар кәңәшмәһендә сығыш яһаны. Унда муниципалитеттар, дәүләт власының федераль һәм республика органдарының 700 вәкиле ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы съезда ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм муниципаль берекмәләр алдындағы мәсьәләләр тураһында һөйләне. -Беҙҙең төп, һәр йәһәттән өҫтөнлөклө маҡсатыбыҙ – махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеү, ресурстарҙы мобилизациялау, алғы һыҙаттағы яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, гуманитар ярҙам, яугирҙәрҙе һәм уларҙың туғандарын реабилитациялау, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре тураһында айырым хәстәрлек, - тип һөйләне төбәк етәксеһе. – Беҙ республиканан 121 гуманитар конвой ебәрҙек. Барлыҡ был йөк һеҙҙең, шулай уҡ ойошмаларҙың, щәхси эшҡыуарҙарҙың һәм битараф булмаған граждандарҙың әүҙем ярҙамы һөҙөмтәһендә туплана. Хәрби көстәр сафына ҡушылыу тураһында ҡарар ҡабул иткән коллегалар тураһында айырым әйтке килә. 16 муниципаль хеҙмәткәр, биш ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы һәм 36 урындағы депутат был ҡаһарман ҡарарҙы ҡабул итте. Бындай аҙым ҙур хөрмәткә лайыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа бар. Һәләк булған геройҙар тураһындағы иҫтәлек һәр саҡ йөрәгебеҙҙә буласаҡ. Ә алғы һыҙыҡтағы геройҙарыбыҙға тиҙерәк еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ. Радий Хәбиров билдәләүенсә, үҫеш программаларын дауам итеү, иҡтисадты, социаль өлкәне нығытыу, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү ҙә мөһим. -Беҙ һеҙҙең менән кешеләр уңайлы, хәүефһеҙ мөхиттә йәшәүе өсөн эшләйбеҙ. Эш менән тәьмин ителһендәр, яҡшы эш хаҡы, лайыҡлы белем алһындар, спорт менән шөғөлләнһендәр, рухи йәһәттән үҫешһендәр, ғаилә ҡорһондар, балалар үҫтерһендәр. Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәһендәр, иртәгәге көнгә ышаныс булһын, - тип белдерҙе республика Башлығы. – Шуға күрә эшебеҙҙә властың төрлө кимәлдәре араһында тура бәйләнештәр булһын. Беҙ һеҙҙең менән берҙәм команда кеүекбеҙ. Төбәк етәксеһе ил етәкселегенең муниципаль власҡа ҙур иғтибар бүлеүе хаҡында белдерҙе. Күптән түгел Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде булдырҙы. Республика етәксеһе Башҡортостанда инициативалы бюджетлауҙың алты практикаһының тормошҡа ашырылыуы тураһында әйтте. 2014 йылдан, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы, биш меңгә яҡын проект тормошҡа ашырылған. Был ваҡыт эсендә республика 3,5 миллиард һум тирәһе аҡсаны йәлеп иткән, 1,7 миллиард һум аҡсаны софинанслау шарттарында муниципалитеттар, бағыусылар һәм йәшәүселәр үҙҙәре туплаған. Быйыл был маҡсатта 600 миллион һум тотоноу планлаштырылған. -Өс йыл инде “Атайсал” мөһим проектын тормошҡа ашырабыҙ. Был – 5600 ҡатнашыусы, 25 меңгә яҡын проект, кешеләр өсөн иң мөһим проекттарға һалынған 1,3 миллиард һум аҡса, - тине Радий Хәбиров. – Киләһе аҙнала проектта ҡатнашыусыларҙы “Ватан көсө – сила Отечества” форумына саҡырабыҙ. Башҡортостан Башлығы республиканың биләмәләр үҫешенә айырым туҡталды. Былтыр, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы, былтыр 63 ҡалала һәм ауылда 123 ижтимағи биләмә төҙөкләндерелде. Медицина ярҙамынан файҙалана алыуҙы күтәреү – төп мәсьәлә. Беренсел звеноны заманлаштырыу төбәк программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, былтыр Баймаҡта, Ҡырмыҫҡалыла, Мәсәғүттә - поликлиникалар, Оло Ыҡтамаҡта ашығыс ярҙам станцияһы булған дауахана сафҡа индерелде, 98 тиҙ ҡуйыла торған модулле ФАП күтәрелде. Ауылға эшләргә килгән белгестәр “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры”, “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар”, “Ауыл уҡытыусыһы”, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” һәм “Ауыл тренеры” программаларына ярашлы бер тапҡыр бирелгән түләүҙе алыу мөмкинлегенә эйә. Быйылдан “Ҡала тренеры” проекты старт ала. “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы идараһы рәйесе, Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов республика етәкселегенә биләмәләр үҫеше буйынса көнүҙәк мәсьәләләргә бүленгән иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул сығышында берекмәнең төп йүнәлештәренә туҡталды. Уға 895 муниципалитет ҡарай. Етәкселәр һәм депутаттар Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендә әүҙем ҡатнаша. Ассоциация махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. Башҡортостан Башлығы муниципалитеттар эшен комплекслы модернизациялауҙың мөһимлеген билдәләне. Өфө ҡалаһы хакимиәте мэры Ратмир Мәүлиев баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейын үткәреүгә әҙерлек тураһында һөйләне. -Өфөгә күп иғтибар бүленә, әммә эргәләге ауылдарҙың социаль инфраструктураһын да үҫтерергә кәрәк. Был – яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар, - тине Радий Хәбиров. – Баш ҡаланан ситтә ятҡан биләләмәләр үҫеше программаһын айырым контролгә алырға кәрәк. Муниципалитеттар форумында Йылайыр ауыл советы миҫалында ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше ҡаралды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам тураһында Салауат районының Миәшәгәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнара Сафина сығыш яһаны. Сарала шулай уҡ Туймазы хакимиәте башлығы Эдуард Рәхмәтуллин, Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин сығыш яһаны. Пленар кәңәшмә тамамланғас, Башҡортостан Башлығы республиканың дәүләт наградаларын, шулай уҡ йыл һайын үткәрелгән “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берекмәһе” конкурсы дипломдарын тапшырҙы. Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципаль берекмәләр етәкселеге менән аралашыуға һығымта яһаны. -Күп кенә мәсьәләләрҙе планлы рәүештә хәл итәбеҙ. Коммуналь инфраструктураның туҙыуы менән бәйле проблемалар күп. Ҡалаларҙы, ауылдарҙы ҡарау буйынса ла дәғүәләрем бар. Иҡтисад насар үҫешә, әммә был йәһәттән ҡыйынлыҡтар бар. Әммә беҙ уларҙы хәл итергә тырышабыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, команда берҙәм. Беҙ идеаль тип әйтә алмайым, әммә кешеләр яуаплы эшләй. Шуға күрә алға барабыҙ. Фото, сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/176853.html#group-main-2

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц