Ҡайһы хайуандар ендәрҙе күрә алалар?
Яуап Ишәктәр һәм эттәр
Быға дәлил
Хәҙис Әбү Һүрайра رضي الله عنه әйтте: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: "Әгәр әтәс ҡысҡырғанын ишетһәгеҙ, Аллаһтан ниғмәт һорағыҙ, сөнки ул әтәс фәрештәне күрҙе! Әгәр инде ишәктең ҡысҡырыу ишетһәгеҙ, Аллаһҡа шайтандан һыйыныу һорағыҙ, сөнки ишәк шайтанды күрҙе". (Сахих Бухари 3303, Сахих Муслим 2729).
Хәҙис Джәбир ибнү 'ӘбдиЛЛӘҺ رضي الله عنه әйтте: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: "Әгәр төнөн эттең өргәнен һәм ишәктең ҡысҡырғанын ишетһәгеҙ, Аллаһтан һыйыныу (яҡлау) һорағыҙ. Ысынлыҡта, улар һеҙ күрмәгәнде күрәләр". (Мүснәд Әхмәд 14283, Сахих Джәми' Сағир 620).
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға