Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөрйән егете яҡташтарын һөйөндөрҙө

Бөрйән район мәҙәниәт һарайында талантлы яҡташтары – шағир Рәшит Зәйнуллиндың "Ҡояш күрәм" тигән китабының исем туйы үтте. Йәш әҙиптең шатлығын уртаҡлашырға Өфөнән ижадташ дуҫтары, уҡытыусылары, дуҫтары, шиғриәт һөйөүселәр йыйылды. Ижадташтары исеменән Рәшитте билдәле башҡорт әҙәбиәте әһелдәре – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Наил Ғәйетбай, Мөнир Ҡунафин ҡотланы, яҡташы, яҙыусы Зөфәр Толомғужин, район хакимиәте вәкилдәре, райондың "Баҙал" әҙәби берекмәһе ағзалары йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Сарала шағирҙың ата-әсәһе лә ҡатнашты. Рәшит Зәйнуллин – өс китап авторы, бынан тыш, интернет киңлектәрендә йөрөгән шиғырҙары ла бихисап. Үткән йыл аҙағында " Китап " нәшриәтендә "Ҡояш күрәм " исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Унда төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, шулай уҡ "Хыял иле" поэмаһы индерелгән. Йылы осрашыуҙан һуң, кис бөрйәндәр талантлы яҡташтары ҡәләме тыуҙырған "Өмөт тыуған миҙгел" тигән драманы ҡараны. Уны ҡунаҡтар – Әбйәлил районының "Йәйғор" халыҡ театры алып килгәйне. Әйткәндәй, театрҙың режиссеры Илүзә Шәйәхмәтова ла – Бөрйән ҡыҙы. Ролдәрен оҫта итеп, еренә еткереп башҡарған һәүәҫкәр артистарҙың уйынын авторҙың яҡташтары ихлас алҡыштарға күмде. Фотолар – Бөрйән район үҙәк китапханаһы, "Таң" гәзите сәхифәләренән.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц