Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ағиҙел ярында хушлашҡайныҡ..."

Кисә “Лиза Алерт” эҙәрмәндәр төркөмө Башҡортостанда бер ҡатындың ғәйеп булғаны тураһында хәбәр итте. Ул - Ҡырмыҫҡалы районының Һарт-Шишмә ауылынан 40 йәшлек Реана Айытҡолова. Ҡатын өйөнән 13 апрелдә сығып киткән һәм әлегә тиклем ҡайҙалығы билдәле түгел. Билдәләре: буйы - 170 сантиметр, ябыҡ, сәстәре ҡыҙғылт-һары, күҙҙәре көрән төҫтә. Ҡара кофта, асыҡ күк төҫтәге джинсы, ҡара ботинкалар кейгән булған. Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенен хәбәр итеүҙәренсә, ҡатынды эҙләү дауам итә. Реана Айытҡолованың өйҙәше әйтеүенсә, улар 13 апрелдә Ағиҙел йылғаһы буйынса хушлашҡан. Ҡатынды һуңғы тапҡыр тап шунда күргәндәр. Аҙағыраҡ яр буйында телефоны табылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре биләмәне ҡарап сыҡҡан, шул иҫәптән кәмәләр менән йылғаны иңләгән. Әлегә һөҙөмтә юҡ. Уның ҡайҙалығы тураһында белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондары буйынса шылтыратығыҙ. Шулай уҡ 8-999-74-111-75 һандарын йыйып, полицияға хәбәр итергә мөмкин. Фото: "Башинформ".

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц