225. Ибраһим ғәләйһис-сәләм Мәккә өсөн доға ҡылған кеүек, Пәйғәмбәр Мүхәммәд (صلى الله عليه وسلم) ҡайһы ҡала өсөн Аллаһтан яҡшылыҡ һорап доға ҡылды?
Яуап: Мәҙинә
Быға дәлил
Хәҙис «أَنَّ إِبْرَاهِيمَ حَرَّمَ مَكَّةَ وَدَعَا لَهَا، وَحَرَّمْتُ المَدِينَةَ كَمَا حَرَّمَ إِبْرَاهِيمُ مَكَّةَ، وَدَعَوْتُ لَهَا فِي مُدِّهَا وَصَاعِهَا مِثْلَ مَا دَعَا إِبْرَاهِيمُ عَلَيْهِ السَّلاَمُ لِمَكَّةَ». "Ибраһим Мәккәне ҡурсалау аҫтында булған урын (харам) итте һәм уның өсөн доға ҡылды. Һәм мин инде Ибраһим Мәккәне харам иткән кеүек Мәҙинәне харам (изге урын) иттем. Һәм Мәҙинә өсөн, ундағы мүдд һәм сағ (үлсәү берәмеге) өсөн Аллаһтан яҡшылыҡ һорап, Ибраһим ғәләйһис-сәләм һымаҡ доға ҡылдым". (Сахих Бухари 2129, Сахих Муслим 1360).
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa