Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ә һеҙ ҡаҙҙы нисек ҡаҡлайһығыҙ?

Күптәр иҫләйҙер әле: элек ауылдарҙа туңдырғыстар булмағанда, яҙ көнө, ҡояш нурҙары төшөү менән башы ябылған, еләҫ урында әсәйҙәр ҡыштан ҡалған ҡош итен ҡаҡлау өсөн сөйҙәргә элеп ҡуйыр ине. Тәүҙә улар ит тәмле булһын өсөн ҡалын майлы урындарына тоҙ һибеп (ит тәмле һәм тиҙ кипһен өсөн) сығыр ине. Апрель айында ҡаҙ ҡаҡлау уңайлы, сөнки ҡояштың нуры лә үтә төшмәй, себендәр ҙә булмай. Ит үҙ яйына тороп ҡаҡлана һәм тәмләнә. Хәйбулла районының иң шәп ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Раушания Таҡаева күпләп ҡош-ҡорт үрсетә. Көҙ етһә, уның ихатаһында шаулап -гөрләп Ҡаҙ өмәләре үтә, яҙын ҡаҙ түшкәләре, башҡа ҡош иттәре ҡаҡлана. Ә һеҙҙең яҡтарҙа ҡаҙ итен нисек ҡаҡлайҙар? Үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Фото: Раушания Таҡаева.